

Күптән түгел Әлшәй ерендә уҙған "Ер ҡото" V этник мәҙәниәт һәм илһөйәрлек төбәк-ара фестивалендә, "Ватаныма хеҙмәт итәм" Бөтә Рәсәй проектына ярашлы, Батырлыҡ дәресе ойошторолдо. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм МХО-ла ҡатнашыусылар Әлшәй районы уҡыусылары алдында сығыш яһаны, айырыуса кадет һәм Шайморатов кластарына ҙур иғтибар бүленде.
МХО ветерандары Ринат Саҙретдинов, Владимир Егоров һәм Илья Копылов балаларға хәрби тәжрибәләре, илһөйәрлектең әһәмиәте тураһында һөйләне. Сарала дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов та ҡатнашты, ул да уҡыусыларҙы шәхси ныҡлыҡ, ҡыйыулыҡ өлгөһө булараҡ һоҡландырҙы. Чемпион “Ватанды һаҡлаусылар” фондының эше тураһында һүҙ тотто.
– Батырлыҡ дәресе үҫеп килгән быуында ил тарихына, Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығына ихтирам һәм Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар геройҙарға һорауҙар бирә алды, уларҙың үткән юлы менән танышты, Ватанға хеҙмәт итеүҙең мөһимлегенә төшөндө, – ти “Ватанды Һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Мәғлүмәт, фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb