

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә республикабыҙҙа ҙур ярҙам саралары ҡаралған.
Ярҙам исемлегенә 55 төрлө саралар кергән, уларҙың 12-һе 2025 йылда индерелгән. Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы линияһы буйынса МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙамдың ҡайһы берҙәре менән таныштырмаҡсыбыҙ. Мәҫәлән, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыуын тамамлаған МХО яугирҙәренең балаларына стажировкалар ойошторола. 2025 йылда ошондай белем биреү ойошмаларында уҡыуын тамамлаған ике кеше стажировка үткән.
МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә консультация һәм психологик ярҙам ярҙам күрһәтелә, был йәһәттән һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ғаиләләренә өҫтөнлөк бирелә. “Ғаилә” үҙәктәренә махсус хәрби операция һорауҙарына бәйле 10996 кеше мөржәғәт иткән, улар араһында МХО-ла ҡатнашыусылар һаны – 279, консультация һәм психологик ярҙам 3419 кешегә күрһәтелгән, уларҙың 134-е МХО яугирҙәре.
МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ”Ғаилә” үҙәктәренең Берҙәм телефоны аша консультация , шулай уҡ балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн Берҙәм Бөтә Рәсәй ышаныс телефоны аша ашығыс психологик ярҙам күрһәтелә. “Ғаилә” үҙәктәренең Берҙәм телефонына (8-800-347-5000, линия аноним рәүештә эшләй, республика биләмәһендә бушлай хеҙмәтләндерелә, эш көндәрендә 9-21 сәғәттәрҙә) махсус хәрби операция менән бәйле 1608 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 791-е МХО яугирҙәренән булған. Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Бөтә Рәсәй ышаныс телефонына (8-800-2000-122, шулай уҡ 124 тигән ҡыҫҡа телефонға, уға бөтә мобиль элемтә операторҙарының абоненттары шылтырата ала) махсус хәрби операцияға бәйле 114 шылтыратыу ҡабул ителгән, уларҙың 12-һе МХО яугирҙәренән.
Эшкә урынлаштырыу ҙа иғтибар үҙәгендә. Был йәһәттән МХО-ла һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттың ғаилә ағзаларына өҫтөнлөк бирелә. Мәшғүллек үҙәктәренә 650 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мөрәжәғәт иткән, 248 кеше эшкә урынлашҡан. МХО яугирҙәренең ғаилә ағзалары араһында 744 кеше мөрәжәғәт иткән, 323 кеше эшле булған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған өйҙәрендәге оло йәштәге йәки инвалид ғаилә ағзалары өйҙә социаль хеҙмәтләндерелә. Яуҙа һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаилә ағзалары өҫтөнлөк менән файҙалана. Әйтергә кәрәк, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаланынан 338 кешегә һәм 42 МХО яугиренә өйҙәрендә бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтелгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын, инвалид балаһын ваҡытлыса ҡарау мөмкинлегенән 12 ғаилә файҙаланған.
Стационар формала социаль хеҙмәтләндереүҙә мохтаж тип танылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль хеҙмәтләндереү ойошторола. Һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ғаиләләре был ярҙамда ла өҫтөнлөк менән файҙалана. Һөҙөмтәлә оло йәштәге 13 гражданға ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернаттарға йүнәлтмә бирелгән, ике махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы стационар ойошмаларға йүнәлтелгән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса уҡыу хаҡы компенсациялана. Был Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан юғары белем биреү ойошмаларында һәм дәүләткә ҡарамаған һөнәри белем биреү ойошмаларында түләүле белем биреү хеҙмәтен күрһәтеү тураһындағы килешеүгә ярашлы башҡарыла. Был төр ярҙам буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының 176 балаһы компенсация алған.
Хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланылған һөнәрҙәр буйынса һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә һөнәрселек белем алыуға сертификаттар тапшырыла. Был йүнәлеш буйынса 378 сертификат бирелгән, уларҙың 203-ө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, 193-ө МХО яугирҙәренең ғаилә ағзаларына.
Лилиә Рифат ҡыҙы СОБХАНҒОЛОВА, “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалының Стәрлебаш районындағы социаль координаторы:
–“Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы 2023 йылдан эшләп килә. Стәрлебаш районында ике социаль координатор был йүнәлештә эш алып бара.
Беҙгә күпселек түбәндәге һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр: хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләүҙә булышлыҡ итеү, ДНК тапшырыу, адаптив реабилитация саралары күрһәтеү һәм инвалидтарҙың торлаҡтарын уңайлаштырыу, юридик һәм медицина ярҙамы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу менән бәйле федераль һәм төбәк түләүҙәре.
Махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүгә ярҙам итеү сиктәрендә социаль координаторҙар яугирҙәрҙең туғандарын ҡабул итә, генетик материал алына, эҙләү карталары тултырыла. Юғалған хәрбиҙең туғандары яугирҙең хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнеүе тураһында хәрби частан йәки хәрби комиссариаттан уведомление алғандан һуң ғына түгел, ә һалдат бер айҙан ашыу ваҡыт бәйләнешкә сыҡмаған осраҡта ла беҙҙең фонд филиалдарына мөрәжәғәт итә ала.
Демобилизацияланған яугирҙәр йышыраҡ түләүҙәрҙе рәсмиләштереү, реабилитация, юридик ярҙам һорауҙары буйынса мөрәжәғәт итәләр. Рәсәй Федерацияһы Президенты указына ярашлы, әгәр яраланыу, йәрәхәттәр, контузия һөҙөмтәһендә инвалидлыҡҡа килгән осраҡта (2022 йылдың 24 февраленән 2024 йылдың 14 ноябренә тиклем), бер тапҡыр бирелә торған бер миллион һум күләмендәге түләү “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды тарафынан бирелә, бында яра, йәрәхәттәр, контузия алғандағы бер тапҡыр бирелә торған түләү ҙә иҫәпкә алына. Социаль координатор махсус хәрби операция инвалидтарына был түләүҙәрҙе рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтә.
Фонд алып барған эштәрҙең тағы ла береһе – инвалидлығы булған махсус хәрби операция ветерандарының торлаҡтарын шәхси талаптарға яраҡлаштырып адаптациялау. Быйыл ветерандарыбыҙҙың береһе торлағын адаптациялау өсөн барлыҡ техник саралар алды. Һөҙөмтәлә, ишек уйымдары киңәйтелде, заманса ишектәр һайланды, кухня гарнитуры ҡуйылды, туҡланыу зонаһы эшләнде, компьютер менән эш урыны көйләнде, төтөн, газ , һыу датчиктары, “Аҡыллы йорт” системаһы булдырылды. Бынан тыш робот-саңһурғыс смартфон һәм башҡа махсус ҡорамалдар менән тәьмин ителде. Был иһә ветерандың йәшәү уңайлылығын, хәүефһеҙлеген күпкә арттырҙы.
2025 йылдың декабренән спорт инвентарына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Адаптив велотренажерҙарға, швед стенкаларына, сираҡтың спорт протезына беҙҙең тарафтан ғаризалар бирелде. Улар иһә адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән. Артабан был спорт сараларында ҡатнашырға әҙерләнергә лә булышлыҡ итәсәк. Үткән айҙа ветерандарыбыҙҙың береһе спорт протезы һәм адаптив кейем комплекты алды. Ошо айҡанлы ул ғаиләһе менән бергәләп Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған “Ҙур ғаилә уйындары” сараһында ҡатнаша алды. Шуны ла билдәләү мөһим, уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн фонд тарафынан яҙғы, йәйге һәм ҡышҡы адаптив кейем комплекты бирелә.
Демобилизацияланған ветерандарҙы диспансерлаштырыу, реабилитациялау ҙа мөһим бурыс булып тора. Тулы күләмдә дауаланыу алмаған яугирҙең хроник ауырыуҙары киҫкенләшә, яңылары барлыҡҡа килә. Шуға ла ҡайтҡандан һуң бер ай эсендә диспансерлаштырыу үтеү мөһим. Быйыл да был йүнлештә әүҙем эш дауам итә, диспансерлаштырыуға барлыҡ хәрби хеҙмәттән азат ителгән ветерандар йәлеп ителергә тейеш.
Яугирҙәребеҙҙе эшкә урынлаштырыуҙа ла булышлыҡ итәбеҙ. Мәшғүллек үҙәге аша уҡытыу, ҡабаттан уҡытыу мөмкинлеге бар. Эшһеҙ йәки эш эҙләүсе булараҡ иҫәпкә торорға, тәҡдим ителгән вакансиялар буйынса хеҙмәткә урынлашырға була. Мөһим бер яңылыҡ бар: быйыл ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, махсус хәрби операциянан азат ителгән яугирҙәргә шәхси эш асыуға социаль контракт төҙөп, 350 мең һум күләмендә субсидия алыу мөмкинлеге бар. Ғариза тапшырыу өсөн ветеранға фондтың филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Социаль координатор ғаризаны ҡабул итеп, тейешле консультация үткәрәсәк. Һуңғы ҡарарҙы ведомтсво-ара комиссия хәл итә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләренә бушлай шифахана-курорт дауаланыуын күрһәтеү ҙә һорау менән файҙаланылған төбәктең ярҙам саралары булып тора. Дауаланыу ваҡыты 14 көн дауам итә. Был ташлама менән бер тапҡыр файҙаланырға була.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә иғтибарҙан өҙөлмәй. Ғаилә хеҙмәте, мәшғүллек үҙәге, табиптар һәм башҡа белгестәр менән ведомство-ара күсмә граждандарҙы ҡабул итеү сараларында ла ҡатнашабыҙ. Был иһә төпкөлдә урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә консультация ярҙамы күрһәтеүгә маҡсатланған.
Лилиә Собханғолова фотолары.