

Красный Ключ ауылында йәшәгән Валентина Шнайдерҙың биш яҡын кешеһе бөгөн алғы һыҙыҡта. Уртансы ҡыҙы, ейәне, үгәй улы, кейәүе һәм уның ҡустыһы өсөн янып-көйөү, ғорурлыҡ тойғоһо кисереү, таң атыу менән уларҙы уйлап, иҫәнлек теләү уны көслө булырға мәжбүр итә.
Нуриман районына ул Павловканан бынан биш йыл элек күсеп килә. Ашнаҡсы һөнәрен Өфө ҡалаһында ала, кафе һәм ресторандарҙа эшләй. Тормошҡа сыҡҡас, иптәше менән Иглин районының Урман ҡасабаһына күсенеп, ошонда өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Йәш сағында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, балалар баҡсаһында ашнаҡсы була, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем хәрбиләштерелгән һаҡсы хеҙмәтендә эшләй. Урмандағы хәрби часта булған ғәҙәттән тыш хәл – шартлау ҡатындың тормошон үҙгәртә. Ире вафат булғандан һуң ҡасандыр өләсәһе йәшәгән Красный Ключ ауылына күсергә ҡарар итә.
– Яҡын кешеләрем Ватан һағына баҫырға ҡарар иткәс, күңелем хәүефләнде, ҡурҡыу тойғоһо баҫты. Әммә уларҙың минең рухымды һындырыуына ирек бирмәнем. Әгәр улар эргәһендә булырға мөмкинлегем юҡ икән, тимәк, кемгә бөгөн ауыр, уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкмен, – ти Валентина Шнайдер.
Уның ирекмәнлек юлы шунан башлана: кейәүенең позицияһын дошман емергәндән һуң Валентина Павловна гуманитар ярҙам өсөн средстволар йыя башлай. Аҙаҡ аҡса туплауҙа ҡатнаша. Бынан бер йыл элек “Ысын күңелдән” тип атлған ирекмәндәр штабында эш башлай. Хәҙер башҡалар менән бергә маскировкалау селтәрҙәре үрә, гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнаша, тип яҙа “Красный Ключ Нур Иман” гәзите.
Уның кейәүе армияла 26 йыл инде хеҙмәт итә, Сүриәләге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша, ә махсус хәрби операцияла – тәүге көндәрҙән алып. Ейәне Рязань юғары хәрби училищеһында уҡый, 3-сө курсты тамамлағандан һуң ул да Ватан һағына баҫа. Сираттағы хәрби бурысты үтәгәндә мина ярсыҡтарынан яралана, оҙаҡ дауалана, бер нисә операция үткәрә. Батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана. Реабилитация үткәндән һуң тыуған уҡыу йортона ҡайтып, бер йылда 4-се һәм 5-се курстарҙы тамамлай, лейтенант званиеһында фронтҡа китә. Валентинаның кейәүенең ҡустыһы ла махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта, ә ҡыҙы – контракт хеҙмәтендә. Үгәй улы оҙаҡ йылдар Эске эштәр министрлығында эшләй һәм, контракт төҙөп, махсус хәрби операциялағы яҡындарына ҡушыла.
– Мин борсолоуҙарымды балаларыма һәм ейәндәремә күрһәтмәҫкә тырышам. Доғаларым менән йәшәйем, ирекмәнлек менән күңелемде баҫам, – ти ул. – Беҙ берҙәмлек, ойошҡанлыҡ ярҙамында еңеүгә лайыҡлы өлөшөбөҙҙө индерә аласаҡбыҙ.
Фото: “Красный Ключ НурИман” гәзите сайтынан.