

Никифар ауылында тыуып үҫкән Артур Гәрәев мобилизацияға тиклем вахта ысулы менән дизель- машинист булып эшләгән, хеҙмәткә һәм яуаплылыҡҡа өйрәнгән кеше булған. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин билдәләүенсә, Артур һәр ваҡыт эшсән булған, уның өсөн һүҙ эше менән айырылғыһыҙ.
2022 йылда, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Артур повестка алып, бер ҙә икеләнмәйенсә яу биләмәһенә юлланған. Уның иңендә - ил алдындағы бурыс ҡына түгел, ә ғаилә алдындағы яуаплылыҡ та булған. Артур биш балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, шуға күрә “ышаныслы тыл” төшөнсәһе уның өсөн буш һүҙҙәр түгел. Бөгөн ул - өс бала: ике ул һәм ҡыҙҙың атаһы. Хәләл ефете Диана менән балаларҙы матур тәрбиәләй, ә Артур үҙе, район башлығы әйтеүенсә, - ысын хужа, хәстәрлекле ир һәм яратҡан атай.
Артур Гәрәевтың юлынан уның ике һеңлеһе лә махсус операция биләмәһенә юлланған. Уларҙың береһе - Лилиана 2023 йылдан - медицина хеҙмәткәре, ә Илнара 2024 йылдан алып алғы һыҙыҡта элемтәсе булып хеҙмәт итә.
“Был хеҙмәт кенә түгел, ә тотош намыҫ династияһы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Наил Әбелғужин. - Халыҡ берҙәмлеге хаҡында һөйләгәндә, бына ул – тере сағылыш. Гәрәевтар ғаиләһе ысын илһөйәрлек өлгөһөн һүҙҙә түгел, ә көн һайын үҙ йортон, балаларын һәм Тыуған илен яҡларға әҙер булыуы менән күрһәтә. Ундай кешеләр булғанда, беҙ киләсәк өсөн тыныс була алабыҙ”.
Бөгөн яугир пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең өлкән операторы вазифаһында хәрби бурыстарын үтәүен дауам итә. Ул ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн бик күп дәүләт наградаларына лайыҡ булған.
Фото: "Башинформ" агентлыгы.