

Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссариатында Батырлыҡ орденын тапшырыу тантанаһы үтте.
Яҡташыбыҙ — 40321-се ғәскәри частың мотоуҡсылар бүлексәһе гранатометсыһы Ришат Хәкимйән улы Йыһаншин үлгәндән һуң юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды.
Белогоровка ауылында дошман позицияларына һөжүм итеү барышында ул хәрби бурыстарын үтәй, аҙаҡҡы мәлгә тиклем хәрби антына тоғро ҡала. 2025 йылдың февралендә Р.Х. Йыһаншин батырҙарса һәләк була.
Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены геройҙың әсәһе Фатима Фәхри ҡыҙы Баймукановаға тапшырыла.