

Махсус хәрби операция ветераны, “Монгол” позывнойлы яугир хаҡында Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге битендә ҙур ғорурлыҡ менән түбәндәгеләрҙе һөйләгән:
“Махсус хәрби операция башланыу менән Артур Әкрәм улы үҙенең ситтә ҡала алмаясағын яҡшы аңланы. Бер нисә тапҡыр Тыуған ил һағына баҫырға теләүе хаҡында мөрәжәғәт итә, мобилизация иғлан ителеү менән, тәүгеләрҙән булып, алғы һыҙыҡҡа ынтыла.
Хеҙмәт осоронда ҙур хәрби тәжрибә туплай, тәьмин итеү взводы командиры бурысын үтәй, гранатометчик, штурмлаусы була. Ҡаты яраланыу ҙа рухын һындыра алманы, бары яңы вазифа биләүгә килтерҙе. Ул инструктор эшен башҡарыуға күсте. Яугирҙең күкрәгендәге наградалар отличие билдәләре генә түгел, ә уның ҡаһарманлығын, тоғролоғон, ҡыйыулығын иҫбатлаған миҙалдар.
Артур Әкрәм улы бик асыҡ күңелле, эшлекле һәм дәртле кеше. Ул бер урында ғына тапанырға күнекмәгән, һәр саҡ алға ынтылып йәшәгән шәхес. Беҙ тап шундай яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Үкенескә ҡаршы, сәләмәтлек торошо арҡаһында Артур хәрби хеҙмәтен ҡалдырып тороға мәжбүр булды, ул әле реабилитация үтә. Һауыҡҡандан һуң уға дистанциянан тороп эшләрлек эш табырға ярҙам итәсәкбеҙ, ул артабан да әүҙемлеге, тырышлығы менән уңыштар яулаясаҡ. Яугирҙең пландары ҙур: ата-әсәһен дә Дүртөйлө еренә күсереп килтерергә уйлай. Ике улына ла яҡшы өлгө ул Артур Әкрәм улы. Сәләмәтлек, бәхетле тормош теләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповтың социаль селтәрҙәге битенән.