

Ғафури районында фронтҡа ярҙам бер көнгә лә туҡтамай. Ирекмәндәр, эшҡыуарҙар, төрлө ойошмалар етәкселәре һәм әүҙем халыҡ ҡулынан килгәнсә был изге эштә ярҙам итә. Махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелгән һәр гуманитар йөк – ярҙам ғына түгел, берҙәмлек билдәһе лә. Һөҙөмтәлә тыуған яғынан килгән ярҙам яугирҙәребеҙгә көс һәм ышаныс өҫтәй.
Махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлекте – ит һәм балыҡ консерваларын, тиҙ әҙерләнә торған бутҡа, аш, сәтләүек, киптерелгән емеш-еләк, ҡуйыртылған һөт, сәй, ҡәһүә, тоҙ һәм башҡаларҙы һалалар. Бынан тыш, яугиргә беренсе ярҙамды күрһәтеү өсөн кәрәк-яраҡтар, киҙеүгә ҡаршы, һыҙланыуҙы кәметеү өсөн дарыуҙар, ҡан ағыуын туҡтатыу саралары – жгуттар, турникеттар, антисептиктар (хлоргексидин), яраны бәйләү материалдары, янып бешеүҙән майҙар (пантенол) һәм башҡалар туплана.
Сығанаҡ, фотолар: Ғафури районы хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!