Матбуғат йортона “Журналист” килде

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар ойошмаһы етәкселеге һәм гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, журналистар менән үткәрелгән йәнле һөйләшеүҙә Рафиҡ Әхмәтшин үҙенең әлеге ваҡытта атҡарған бурыстары һәм башҡалар тураһында һөйләне.

Матбуғат йортона “Журналист” килдеМатбуғат йортона “Журналист” килде
Матбуғат йортона “Журналист” килде

Бөгөн Матбуғат йортонда “Журналист” позывнойлы яугир, сираттағы отпускыға ҡайтҡан коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшин менән осрашыу булды. Ул сараға ҡатыны, “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар бүлеге етәксеһе Зөһрә Арсаева һәм ҡыҙы Фатима менән килгәйне.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар ойошмаһы етәкселеге һәм гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, журналистар менән үткәрелгән йәнле һөйләшеүҙә Рафиҡ Әхмәтшин үҙенең әлеге ваҡытта атҡарған бурыстары һәм башҡалар тураһында һөйләне.

 – Полкыбыҙҙа Рәсәйҙең төрлө төбәгенән, төрлө конфессия ағзалары хеҙмәт итә. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы тураһында яҡшы фекерҙә, - тине “Журналист”. 

Бөгөн “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хәрби бурыстарҙы үтәй. Хәҙер һуғыш, Бөйөк Ватан һуғышы менән сағыштырғанда, күпкә мәкерлерәк. Хәҙер төп ҡорал – дрондар. Был көрәштә йәнә технологик йәһәттән алға китеш кәрәк.

Рафиҡ Үзбәк улы 20 йылдан ашыу БСТ телеканалында эшләне. Уның репортаждары халыҡ араһында танылыу яуланы. 2023 йылда коллегабыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Бөгөн ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә.

Коллегабыҙ фронтта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Луганск Халыҡ Республикаһының “Батырлыҡ өсөн” һәм “Бурысҡа тоғролоҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул - шулай уҡ "Генерал Шайморатов" миҙалы кавалеры. Былтыр алғы һыҙыҡтан әҙерләгән репортаждар шәлкеме өсөн республиканың "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһына лайыҡ булды. Уның аҡсаһы "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында булдырылған блиндаж-студияға ҡорамалдар һәм техника алыуға тотонолған.

Әлеге ваҡытта яугирҙәребеҙгә мотобурҙар һәм балыҡ тотоу өсөн ауҙар кәрәк. Тап ошондай ауҙар дрондарҙан нығыраҡ һаҡлай. Улар әллә күпме кешенең ғүмерен ҡурсып алып ҡаласаҡ.

 

Айһылыу Низамова фотолары.  

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Матбуғат йортона “Журналист” килде
Матбуғат йортона “Журналист” килде
Матбуғат йортона “Журналист” килде
Матбуғат йортона “Журналист” килде
Матбуғат йортона “Журналист” килде
Матбуғат йортона “Журналист” килде
Матбуғат йортона “Журналист” килде
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас