

- Хәйерле иртә, балаҡайҙарым... Фаил улым, тыуған илең өсөн фиҙа булған йәнең тыныслыҡ тапһын инде. Ә Мозафар улым, һин ҡайҙа икән? Әсәйең һағынды бит, тиҙерәк ҡайт инде. Көтәм бит, көтәм...
- Тыныс йоҡо, балаҡайҙарым. Имен-һау таң аттырайыҡ. Фаил улым, мәңгелек йоҡоң тыныс булһын. Мозафар улым, ҡайҙарҙа ғына баш төртөп ял итәһең икән? Ундай мөмкинлек бармы? Асыҡмайһыңмы?..
Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған Фаил улының һәм хәбәрһеҙ юғалған Мозафар улының өй стенаһына элеп ҡуйылған фотоларына ҡарап, иртәнсәк торһа ла, кис йоҡларға ятһа ла, шулай һөйләшергә күнеккән әсә. Йөрәк ярып сыҡҡан бәғерҙәренең юҡлығы менән бер ҙә генә лә ризалашмай. Һағына... Көтә... Өмөтләнә...
Ниғәмәт ауылында йәшәгән Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Мырҙағәлина алдына Яҙмыш ғәлийәнәптәре һынауын сығарып ҡына тора. Ире иртә мәрхүм була. Шуға күрә лә йөрәк ярып сыҡҡан өс улын тәрбиәләп үҫтереүгә яңғыҙына күп көс түгергә тура килә. Уларҙы уңғанлыҡҡа, эш яратырға, ҡурҡмаҫҡа, ғәҙел булырға өйрәтә.
- Ишмырҙа ауылында тыуып үҫтем, - тине үҙе менән таныштырып Дилә апай. - Татыу ғаиләлә алты ҡыҙ, бер малай буй еткерҙек. Атайым эшһөйәр, йыр-моңға ғашиҡ ине, гармунда уйнаны. Әсәйебеҙ ҙә уңған хужабикә булды. Әле миңә 61 йәш. Өлкәнәйгән һайын әсәйем Бибикамал Вәли ҡыҙы һәм атайым Вәлиәхмәт Әхмәт улы Хәмзиндар ҡарамағында үҫкән бала сағымды һағынам. Иң бәхетле мәлдәрем: бер ниндәй күҙ йәштәрһеҙ, проблемаһыҙ, ғәмһеҙ...
Мәктәптә яҡшы уҡый ул. Бәләкәй саҡтан йә адвокат, йә балалар баҡсаһы мөдире булырға хыяллана. Әммә тормош һынауҙары бөтөнләй икенсе юл менән алып китә. Учалыла йәшәгән апаһына ярҙам итеү маҡсатында уның эргәһенә барырға мәжбүр була. Ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Шул йылдарҙа Афғанстанда хәрби бәрелеш башлана. Ашнаҡсы һөнәрен алған ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе шунда ебәреү өсөн төркөм әҙерләйҙәр. Илһөйәрлек көслө булған Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы ла теләк белдерә. Был хаҡта белгән ата-әсәһе уның паспортын йәшерә. Ошо сәбәпле бара алмай тороп ҡала. Ә шулай ҙа ғаиләнең тотҡаһы булған бер бөртөк ҡустыһы Артур Хәмзин ике йыл Афғанстанда интернациональ бурысын үтәп, имен-һау әйләнеп ҡайта.
Күп тә үтмәй, Дилә апайҙың әсәһе аяғын һындырып, ярҙамға мохтаж була. Шунлыҡтан уға Учалынан кире ауылға әйләнеп ҡайтырға тура килә. Баймаҡтағы 87-се һөнәрселек училищеһында парикмахер һөнәренә уҡый. 1987 йылда үҙ районынан Иҫән ауылы егете Самат Сакин менән өйләнешәләр. Йәш ғаилә Себергә сығып китә. Шунда улдары Раил менән Фаил тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош һынауҙары ике балаһы менән яңғыҙ ҡалдыра Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙын. Ул Сибай ҡалаһына ҡайтып төпләнә. Эшкә урынлаша. Балалары яҡшы уҡыуы, тәртибе менән һөйөндөрә. 2002 йылда Дилә апай тағы ла бәхетен һынап ҡарарға була. Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Ҡәнзәфәр Мырҙағәлингә кейәүгә сыға. Ике улы менән ҡәйнә-ҡайны йортона килен булып төшә. Улар шунда уҡ уртаҡ тел табып, матур итеп донъя көтәләр. Бер аҙҙан йәш Мырҙағәлиндәр ғаиләһе Ниғәмәт ауылында йорт һатып алып, үҙаллы донъя көтә башлай. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, улдары Мозафар донъяға килә. Дауахананан ҡайтҡан көндә үк яңы тыуған ейәненә ҡартатаһы ҙур ҡыуанысынан тай бүләк итә.
- Улыма исемен осраҡлы һайламаныҡ, - тине Дилә Мырҙағәлина. - Атайымдың бер туған ағалары Ҡәнзәфәр һәм Мозафар Хәмзиндар Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙы ғүмер буйы көттө ул. Бер сиған ҡатыны атайыма: “Үлмәҫ борон бер ағайыңды күрәһең”, - тигән. Шуға атайым, икеһенең береһе ҡайтыр ул, тигән өмөт менән йәшәне. Әлеге иптәшемде таныштырыр өсөн ауылға алып ҡайтҡас, атайым Ҡәнзәфәрҙе күрҙе лә аптыраны. “Шул ҡәҙәр ҙә ағайыма оҡшағанһың, исемең дә шулай, кәүҙәгә лә”, - тип буласаҡ иремде атайым ҡабул итеп, фатихаһын бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсөнсө улымды ул күрә алмай, баҡыйлыҡҡа күсте. Яңы тыуған бәпесемә атайым ғүмер буйы һағынып көткән Мозафар ағаһының исемен ҡуштыҡ. Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ риза булып яталыр, тип уйлайым.
Мозафар Мырҙағәлин бәләкәстән бик шуҡ, отҡор бала булып үҫә. Яҡшы уҡыуы менән һөйөндөрә. Ата-әсәһе кеүек гармунда ла һыҙҙыра. Спортты ла ярата, ҡурайҙа, баянда, гармунда, ҡумыҙҙа, гитарала уйнай. Мәктәп тормошонда бик әүҙем була. Йыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһына килә һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Хәрби комиссариаттың йүнәлтмәһе буйынса Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ бүлексәһендә “В” һәм “С” категорияларына уҡый. Шул саҡта уҡ ул ил тыныслығы өсөн һуғышта ҡатнашҡан ата-бабаларының, ағайҙарының яҙмыштары, фронт юлдары менән ҡыҙыҡһына башлай. Тап шул ваҡытта ни өсөн уға Мозафар тигән исем биреүҙәренең тарихы менән таныша. Бынан ул оло ғорурлыҡ кисерә. Афған, Чечен республикаларында барған хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан Артур, Рушан, Эдик ағайҙарының һалдат тормошо менән ҡыҙыҡһына. Һөҙөмтәлә әсәһен алдан уҡ, хәрби хеҙмәткә саҡырылғас та, артабан контракт буйынса хеҙмәт итәсәге хаҡында иҫкәртә. Һәм шулай эшләй ҙә.
- 2022 йылдың июнендә Мозафар армияға алынды, - тип хәтирәләргә бирелде Дилә апай. - Уларҙы Хабаровск крайына алып киттеләр. “Фаил ағайҙың присягаһына Воронежға барҙың, миңә лә килерһең ул?” - тип һораны. Әлбиттә, барасаҡмын, тип вәғәҙә биреп тороп ҡалдым. Аҙаҡ шылтыратты ла килмәҫкә әйтте. Хәрби часҡа тиклем поезда һигеҙ көн барғандар ине. Шунлыҡтан, ыҙалап йөрөмә, тине.
Баҡтиһәң, Мозафар Мырҙағәлин август айында, хәрби ант ҡабул иткәс тә, бер төркөм егеттәре менән МХО биләмәһенә юлланған булған. Шуны белеп тә ул әсәһенең килмәүен һораған. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда бер ҙә икеләнеп тормай, ысын патриот булараҡ, Рәсәй Оборонаһы министрлығы менән контракт төҙөй.
Махсус хәрби операция барған биләмәгә юлланыр алдынан ул ҡәҙерле кешеһенә шылтыратып: “Әсәй, ултыраһыңмы, тораһыңмы? Баҫып торһаң, ултыр. Мин – Украинала, махсус хәрби операцияла. Бында бер кемде лә ғәйепләмә. Миңә һин бары тик фатихаңды бир. Шул ваҡытта бөтәһе лә яҡшы буласаҡ”, – ти ул.
- Күкрәгемдән йөрәгем сығырҙай булып килһә лә, улымдың ҡарарын хөрмәт менән ҡабул иттем, - ти Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы. – Ләкин һынауҙар бының менән генә тамамланмаған икән. 2022 йылдың 26 сентябрендә Фаил улым мобилизацияға эләкте. Өфөлә эшләп йөрөй ине. Такси менән ҡайта һалып, кәрәк әйберҙәрен туплап, кире Өфөгә сығып китте. Шулай итеп, ике улым да махсус хәрби операцияға юлланды. Минең хәлемде үҙ башынан кисергән әсәйҙәр генә аңлайҙыр.
Улдары шылтыратһа, ишетмәй ҡалмайым, СМС-хәбәр яҙһалар, бәйләнеш булғанда яуап яҙып өлгөрәйем, тип телефонын йөрәк тәңгәлендә тотоп, һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә. Улдары өсөн борсолоп, төрлө сығанаҡтар аша фронт яңылыҡтары менән даими танышып бара. Ғәзиздәренә исемле гуманитар ылау оҙатыу өсөн күп көс һала. Был сауаплы эштә уға туғандары, ауыл халҡы, дуҫтары, класташтары ла ярҙам күрһәтә. Улар өсөн Дилә апай бөгөн дә ҙур рәхмәтле.
- 2023 йылдың июнендә улым Мозафар, тағы ла өс көндән улым Фаил ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып төштө, - тип хәтирәләргә бирелгәндә Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙының йөҙө яҡтырып китте. – Икеһенең дә күкрәгендә миҙалдар балҡый. Улар өсөн ҡыуанып, ғорурлыҡ кисерһәм дә, йөрәгемде ҡурҡыу тойғоһо баҫып алды. Ундай награда бит бушҡа ғына бирелмәй. Тимәк, ниндәйҙер мөһим хәрби заданиены, үҙ һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, уңышлы атҡарып сыҡҡандар. Ҡорбан салдырып, аят уҡыттыҡ. Уларға бирелгән ике аҙна ваҡыт күҙ асып йомған арала ғына үтте лә китте. Улдарымды ҡаршы алып, кире фронтҡа оҙатырға бөтә ауыл халҡы, туғандар, дуҫтар, ауылдаштар, класташтар йыйылды. Балаҡайҙарымды шулай ҙурлағандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәтлемен.
2023 йылдың ноябрендә Фаил улы, ә 2024 йылдың ғинуарында Мозафар улы икенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып төшә. Иҫәпле генә һәм ҡәҙерле көндәр тиҙ үтә. Әсәй кеше балаларына ҡорбан салдырып, уларҙы Хоҙай ҡулына тапшырып, изге теләктәрен әйтеп, тағы ла күпмелер ваҡытҡа оҙатып тороп ҡала.
2024 йылдың йәй айҙары Ниғәмәт ауылы биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ете яугирҙең әсәләре һәм ҡатындары үҙ-ара һөйләшеп, ҡорбанға эре мөгөҙлө аҡ төҫтә мал салдырырға ҡарар итә. Хоҙай Тәғәләнән тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, яугирҙәренең имен-һау ҡайтыуҙарын ялбарып һорайҙар. Ҡорбан ашына йөҙ кеше саҡырыла. Һәр яугиргә атап доғалар ҡылына.
Ләкин кеше тәҡдиренә төшкәнде күрмәй, гүргә инмәй икән шул. Аҡ ҡорбандар салынһа ла, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай.
2024 йылдың сентябрь айы батыр улдар тәрбиәләгән әсәгә ҙур ҡайғы килтерә. 11 сентябрҙә улы Мозафар: “Әсәй, беҙ ун көнгә хәрби заданиеға юлланабыҙ. Унда бәйләнеш юҡ. Борсолма. Мине көт”, - тип шылтыратып иҫкәртеп ҡуя. Ун көндө Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы бармаҡ менән һанап үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мозафары бәйләнешкә сыҡмай ҙа сыҡмай. Хәбәре юҡ та юҡ. Ә инде 23 сентябрҙә улы Фаил шылтыратып: “Әсәй, мин бәйләнеш булмаған ергә инәм. Мозафар тиҙҙән сығыр ул. Уның менән һөйләшә торорһоң. Мине юғалтма”, – тип белдерә. Ул шул ваҡытта Константиновка йүнәлеше буйынса һуғышҡа инә. Ике улын да бер-бер артлы хәрби заданиеға оҙатҡан әсә доғаларын уҡып, улдарын көтә башлай.
- 2024 йылдың сентябрендә Мозафар һәм Фаил улдарым тураһында бер-бер артлы ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр, - тине Дилә апай күҙ йәштәрен йотоп. – 1 декабрҙә улым Фаилде алып ҡайттылар. Ул Украинск ҡалаһында барған яуҙа батырҙарса һәләк булған. Балаҡайымды Түбәнге Яйыҡбайҙа ерләнек. Ә инде Мозафар улым тураһында әле булһа бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ. Әсирлеккә эләккәндер, тип уйлайым. Көтәм балаҡайымды, ҡайтыр ул, ҡайтасаҡ, өмөтләнәм...
Батырҙарса һәләк булған бер улын ерләгән әсә икенсеһенең табылырына ҙур өмөт менән йәшәй бөгөн. Мозафарҙан бер ниндәй ҙә хәбәр булмауы менән ризалашмай ул. Йөрәге был ҡара ҡайғыны ҡабул итмәй. Шунлыҡтан үҙе улын эҙләргә тотона. Ике тапҡыр Дондағы Ростовта урынлашҡан моргка барып ҡайта. Унда табылмауына һөйөнөп, терелер ул, тигән өмөт менән улын эҙләп табыуҙа ярҙам һорап, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт ебәрә. Социаль селтәрҙәр аша махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, әсиргә эләгеүселәр тураһындағы төркөмдәрҙе көнөнә генә лә бер нисә тапҡыр инеп, тикшереп сыға. Әсиргә эләгеүселәр тураһында төшөргән бер видеояҙмала улына оҡшаған яугиргә тап була. Шуға күрә лә ул: “Мозафар улым тере. Тере ул, ҡайтасаҡ”, - тип ҙур түҙемһеҙлек менән йәшәй. Ошо өмөт яугир әсәһенә йәшәргә көс бирә лә инде.
Фаил – йор һүҙле, һәр ваҡыт ҡояш һымаҡ йылмайып йөрөгәс, уға “Ҡояш” позывнойын бирәләр. Ә Мозафар торғаны бер артист: йырлай ҙа, музыкант та. Шуға ул “Муза” позывнойын һайлай. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияға барғас та ул гитара һатып алған. Ял минуттарында гитарала уйнап, йырлап егеттәренә көс биргән.
Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙының Фаил һәм Мозафар улдарының икеһе лә хәрби хәрәкәттәр ветераны булып таныла. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уларға “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары тапшырыла. Фаил Сакин һәләк булғандан һуң, ә Мозафар Мырҙағәлин хәбәрһеҙ юғалғас, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградлана.
Бөгөн Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы балалары хаҡына фронтҡа ярҙам итеүҙән туҡтамай. Ирекмәндәр менән бер сафҡа баҫып, яугирҙәргә булышлыҡ итә. Ләкин уның изге йөрәге тағы ла киңерәк мәрхәмәтлелек күрһәтә. Ауыл мәҙәниәт йортона музыка ҡоролмалары бүләк иткән. Ниғәмәт ауылындағы янғын һүндереүселәргә мотопомпа алып бирә. Мәсеттәргә һәм ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙа.
- Бәлки, ҡайҙалыр улым Мозафар ҙа шундай ярҙамға мохтаждыр, - тине яугир әсәһе. – Күрһәткән изгелектәрем балағынама әйләнеп ҡайтып, еңеллектәр бирһен. Уға ла ярҙам итһендәр, имен-һау йөрөһөн тигән өмөт менән йәшәйем.
Бөгөн Дилә апайҙың йыуанысы – өлкән улы Раил, килене Айгөл, ейән-ейәнсәрҙәре Даниил, Денис, Дим, Рияз, Зарина. Улар Ниғәмәт ауылында йәшәй. Матур итеп донъя көтәләр. Көн дә Дилә апайҙа булып, хәлдәрен белешеп торалар.
Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы иһә үҙе көнө-төнө Хоҙай Тәғәләнән илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын ялбарып, улы Мозафарҙы көтә. Өмөтөн өҙмәй.
Лилиә ТАҠАЕВА.
Фотолар ғаиләнең шәхси архивынан алынды.