"Солтан" психолог һөнәрен алды

МХО яугире академияла уҡыуын тамамланы.

"Солтан" психолог һөнәрен алды"Солтан" психолог һөнәрен алды
"Солтан" психолог һөнәрен алды

"Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһына ярашлы "Башҡортостан" полкының хәрби хеҙмәткәре – "Солтан" позывнойлы яугир Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында психолог һөнәрен үҙләштергән.

Ветеран "Халыҡты һәм хеҙмәт коллективтарын психологик консультациялау" программаһы буйынса уҡыуын тамамлаған һәм һөнәри әҙерлек үтеүе тураһында диплом алған, тип хәбәр итә "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы 2025 йылдың февралендә, республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының төбәктәге дауамы булараҡ старт алды. Уның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү.

Сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас