

Башҡортостандан FPV-дрондар операторы, “Ставрос” позывнойлы яугир махсус операция биләмәһендә үҙенең хәрби бурыстарын уңышлы үтәй. Уның иҫәбендә – дошмандың тиҫтәләгән берәмек техникаһы, ҡоралы.
Алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡыйратылған техника араһында гексакоптерҙар, дрон-ретрансляторҙар, пикаптар, квадроциклдар, ер өҫтөндәге роботлаштырылған комплекстар, пилотһыҙ осоу аппараттары антенналары һәм башҡалар бар. Оператор шулай уҡ “Kirpi”, “Oncilla” кеүек хәрби машиналарҙы, гаубицаларҙы һәм башҡаларҙы ҡыйратыуҙа ҡатнашҡан.
Хәрби контрактҡа ҡул ҡуйғанға тиклем “Ставрос” программист булып эшләгән һәм хеҙмәтләндереү үҙәгендә сматрфондар, компьютерҙар ремонтлаған. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының хәбәр итеүенсә, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыу тураһындағы маҡсатты аңлы рәүештә ҡабул иткән.
- Махсус хәрби операция башланғанда уҡ унда ҡатнашыу тураһындағы уй бар ине. Хәрби комиссариаттан шылтыраттылар, мәғлүмәттәрҙе теүәлләнеләр һәм пилотһыҙ осоу аппараты операторы булырға тәҡдим иттеләр. Оҙаҡ уйламаным һәм килешеүгә ҡул ҡуйҙым, - ти яугир.
Яҡташыбыҙ билдәләүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары заман һуғышының бер өлөшөнә әүерелгән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, дронға тиҙерәк идара итергә була, тик даими тәжрибә һөҙөмтәһендә генә оҫталыҡҡа өлгәшергә мөмкин. Хеҙмәте тамамланғандан һуң ул электрон техникаһын ремонтлауҙы, кешеләргә ярҙам итеүҙе дауам итергә теләй.
Фото: "Герои спецоперации Z".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!