

“Был йәш батыр яугирҙе алғы һыҙыҡта “Тропа” тип атап йөрөтәләр. Ә Дүртөйлөлә уны ҡалабыҙға нигеҙ һалған билдәле сауҙагәрҙәр династияһы вәкиле булараҡ беләләр. Ул ата-бабаларынан иң мөһим нәмәне – тыуған илгә ихлас һөйөүҙе һәм уға тоғролоҡто мираҫ итеп алған.
Егет колледжды тамамлағандан һуң, контракт төҙөп, инженер ғәскәрҙәренә юл ала. Аҙаҡ Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Бөгөн тәжрибәле яугир яңынан сафта, пилотһыҙ осоу аппараттары батальонында йылдан ашыу хеҙмәт итә һәм йәштәрҙе хәрби эшкә өйрәтә.
Яҡташыбыҙҙың тормошонда яңыраҡ ҙур ваҡиға булды: ул һөйгәне менән “Мираҫ” мәсетендә никахлашты. Йәштәр мәктәп эскәмйәһенән үк таныш, 1-се урта мәктәптә бергә уҡыйҙар. Дуҫлашып йөрөгәндән һуң оҙаҡ ваҡытҡа айырылышырға мәжбүр булалар. Ҡыҙ һалдатты доғалар һәм ышаныс менән көтөп ала. Был ысын мәғәнәһендә тоғролоҡ һәм һөйөү сағылышы.
“Тропа” һөйгәне менән яҙмыштарын бәйләр өсөн махсус рәүештә тыуған яғына ҡайтырға ҡарар иткән. Ысын күңелдән йәш ғаиләне никахтары менән ҡотлайым! Сикһеҙ бәхет, күңел йылылығынан тыш, ғаилә башлығының өйгә еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуын теләйем! Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!”
Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге битендә яҡташтарын ошолай йылы һүҙҙәр менән никахтары уңайынан ысын күңелдән ҡотланы.
Фото: Риф Йосоповтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән.