Дрондар - бөгөн яуҙа мөһим көс

Тыныс тормошта ла пилотһыҙ осоу аппараттарына  ихтыяж бар

Дрондар - бөгөн яуҙа мөһим көсДрондар - бөгөн яуҙа мөһим көс
Дрондар - бөгөн яуҙа мөһим көс

“Башҡорт” позывнойлы яугир 2024 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем механизатор булып эшләгән. Бөгөн яҡташыбыҙ  махсус хәрби операцияла коптер тибындағы БПЛА-ның өлкән операторы булып хеҙмәт итә.

Яугир әйтеүенсә, бөгөн БПЛА операторҙары разведка алып бара, артиллерия утын теүәлләштерә, һөжүм бурыстарын үтәй, шулай уҡ хәрбиҙәргә боеприпастар һәм дарыуҙар еткереүҙә ярҙам итә. Тыныс тормошта ла пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү күнекмәләре  төрлө өлкәләрҙә ҙур һорау менән файҙаланыла.

Ялға ҡайтҡан ваҡытта “Башҡорт”ты яҡындары ғына түгел, тыуған ауылы халҡы ла йылы ҡаршы алған. Әлеге көндә ул ҡатыны һәм өс балаһы менән бергә ғаиләһе янында ял итә.

БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү буйынса һорауҙары булғандар 122 һаны буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас