Геройҙар дәүере
2 Августа , 16:40

"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды

2 августа Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы территорияһында Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 96 йыллығы айҡанлы Советтар Союзы Геройы, 1950 – 1970 йылдарҙа Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийы, армия генералы Василий Филиппович Маргеловҡа бюст асыла. Уның янында легендар хәрби етәксе исемен йөрөткән уҡыу-күнекмә һауа-десант комплексы эшләй башлай. 

"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды

2 августа Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы территорияһында Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 96 йыллығы айҡанлы Советтар Союзы Геройы, 1950 – 1970 йылдарҙа Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийы, армия генералы Василий Филиппович Маргеловҡа бюст асыла. Уның янында легендар хәрби етәксе исемен йөрөткән уҡыу-күнекмә һауа-десант комплексы эшләй башлай.

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй ДОСААФ-ы рәйесе Денис Добряков һәм Василий Маргеловтың бүләсәре, йәмәғәт эшмәкәре Полина Прасол ҡатнашты.

– Беҙҙең «Патриот» паркы ла десантсы, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың исемен йөрөтә. Моғайын, геройҙар бер-береһенә тартылалыр. Шуға күрә бында шундай күренекле хәрби етәксегә бюст асыу бик дөрөҫ һәм символик мәғәнәгә эйә. Һауа-десант ғәскәрҙәренең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тап Василий Филиппович Маргеловтың исеме менән бәйле. Был ғәскәр Советтар Союзы Һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең хәрби йәһәттән иң һәләтле подразделениеларының береһенә әүерелде, – тине Радий Хәбиров. – Инициатива менән сығыш яһаған һәм һауа-десант комплексын булдырыу буйынса тырышлыҡ күрһәткән кешеләргә лә рәхмәт белдерәм. Бәлки, бында шөғөлләнәсәк уҡыусылар ҙа киләсәктә десантсы булыр. Был эштәрҙең барыһы ла балаларыбыҙҙы үҙ илен яратҡан, көслө, ысын яугирҙәр һәм патриоттар итеп үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостанда геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлауға һәм үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне Рәсәй ДОСААФ рәйесе.

Василий Маргеловтың бүләсәре Һауа-десант ғәскәрҙәренең билдәле девизының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне һәм үҙенең атаҡлы олатаһына бюст асыу өсөн рәхмәт әйтте.

Шулай уҡ Полина Прасол Башҡортостан Башлығына Һауа-десант ғәскәрҙәре подразделениеларына ярҙам итеүгә индергән өлөшө өсөн Һауа-десант ғәскәрҙәре командованиеһынан рәхмәт хаты тапшырҙы.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы һауа-десант комплексы тураһында фекерҙәре һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Десантсыларҙың һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының үҙҙәре йыйылып, республикаға ошондай бүләк яһауы мөһим. Бында бер тин дә бюджет аҡсаһы юҡ, - тине Радий Хәбиров. - Дөрөҫөн әйткәндә, бында шундай кимәлдәге технологик майҙансыҡ булыр тип көтмәгәйнем. Рәсәйҙә бындай комплекстар ни бары икәү генә. Уның балаларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәренә хеҙмәткә йәлеп итеүгә өҫтәмә стимул бирәсәгенә ышанам.

Сығанаҡ: glavarb.ru

"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
"Патриот" паркында Василий Маргеловҡа бюст асылды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас