

Бөгөн, 2 августа, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ветерандарҙы, хәрбиҙәрҙе, шулай уҡ уларҙың туғандарын һәм яҡындарын Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 96 йыллығы менән ҡотланы.
«Патриот» паркы ҡунаҡтарҙы – республика Хөкүмәте ағзаларын, төбәктең министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, хәрби бәрелештәр ветерандарын, хәрби-патриотик һәм йәштәр берләшмәләре вәкилдәрен йыйҙы.
Байрам сараһы алдынан төбәк етәксеһе рухи-дини үҙәктәр – мәсет һәм часовня төҙөлөшө барышы менән танышты. Был проектты тормошҡа ашырыуға Радий Хәбиров быйылғы йылдың майында старт бирҙе. Үҙәкте 4 ноябрҙә асырға планлаштыралар.
– Беҙ ике объектты бер-береһенә яҡын урынлаштырҙыҡ, сөнки, ниндәй диндә булыуына ҡарамайынса, яугирҙәребеҙ бер-береһенә ярҙам итә, ысын дуҫлыҡ өлгөһө күрһәтә, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Геройҙарыбыҙ өсөн доға ҡылырға теләгән һәр кем ошо мөмкинлек менән файҙалана аласаҡ.
Артабан Башҡортостан Башлығы ҡунаҡтар менән бергә Рәсәй Геройы Максим Серафимов һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2,2 метр бейеклектәге яугир скульптураһы бер йыл элек Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә асылғайны. Уның авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
Сара үткән үҙәк майҙанда Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын байрам менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Республика етәксеһе ошо көндә «Патриот» паркында уҙған «Геройҙар уҙышы» еңеүселәрен дә бүләкләне. Ярышта беренсе урынды – Стәрлетамаҡ, икенселекте – Белорет районы, өсөнсө урынды – Стәрлетамаҡ районы командаһы яуланы.
Артабан Башҡортостан Башлығы байрам ҡунаҡтары менән бергә Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм «Первушино» пилотаж төркөмө ветерандарының күрһәтмә сығыштарын ҡараны, шулай уҡ яугир-десантсылар менән аралашты.
Сығанаҡ: glavarb.ru