Геройҙар дәүере
4 Августа , 08:15

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” яугирҙәргә автомобиль тапшырҙы

Автомашина проект активистарының берлектәге тырышлығы менән һатып алынды, бөтә кәрәкле әйберҙәр, шул иҫәптән генератор һәм инструменттар комплекты менән тулыландырылды  һәм беҙҙең егеттәр ярҙамында МХО биләмәһенә ебәрелде. 

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” яугирҙәргә автомобиль тапшырҙыӨфөлә “Берҙәм Рәсәй” яугирҙәргә автомобиль тапшырҙы
Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” яугирҙәргә автомобиль тапшырҙы

“Махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү – ул бер тапҡыр башҡарылған акция түгел, ә даими һәм системалы эш. Ҡысҡырып һөйләп йөрөмәгән ғәҙәти эш. Бөгөн МХО-лағы хәрбиҙәргә сираттағы ярҙам сараларына ярашлы, “Ватанды һаҡлаусылар” төбәк партия проекты активистарынан алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау оҙаттыҡ. Алғы һыҙыҡта ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн яугирҙәребеҙгә оперативлыҡ һәм мобиллек кәрәк, шуға күрә был ылауҙың төп өлөшө – «Нива» автомобиле.  

Автомобиль проект активистарының берлектәге тырышлығы менән һатып алынды, бөтә кәрәкле әйберҙәр, шул иҫәптән генератор һәм инструменттар комплекты менән тулыландырылды  һәм беҙҙең егеттәр ярҙамында МХО биләмәһенә ебәрелде. Техника һәм ҡорамалдар РФ Оборона министрлығы подразделениеларына тапшырыласаҡ", – тип һөйләне "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Мельников.

Сығанаҡ: «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты.

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” яугирҙәргә автомобиль тапшырҙы
Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” яугирҙәргә автомобиль тапшырҙы
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас