

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында “Уңғандар” ирекмәндәр төркөмө әленән-әле махсус хәрби операцияла ҡатнашкан яугирҙәргә ярҙам ебәреп тора. Был төркөмгә берләшкән егәрле ҡатын-ҡыҙҙар туҡмас ҡырҡа, вакуумлы һауыттарҙа былау, ит быҡтырып, тушенкалар әҙерләй, шулай уҡ яүгирҙәргә кәрәкле әйберҙәр тегә, посылкалар туплай.
“Был изге эште башҡарырға ауылдаштарыбыҙ ҙур өлөш индерә. Күптән түгел ауылдаштарыбыҙ Рәмилә Фәррәх ҡыҙы Хажина, Гөлшат Мөхәрләм ҡыҙы Үҙәнбаева, Йәнгел Йәноҙаҡ улы Буранбаев, Гөлгенә Иршат ҡыҙы Кейекбаева биргән хәйер-саҙаҡа аҡсаһына эс кейемдәре, футболкалар, гигиена кәрәк-ярағы, ойоҡбаштар, газ баллондары алып һалдыҡ.
Шулай уҡ Себер яғынан ялға ҡайткан Хәбир һәм Альбина Һибәтуллиндар һәм Фәнүзә Әхмәт ҡыҙы Байегетова тапшырған ҡорбан итенән яугирҙәребеҙ яратып ашаған былау, быҡтырылған ит бешереп вакуумлы пакеттарға һалып оҙаттыҡ. Уларға ҡушып, үҙебеҙҙең төркөм ҡыҙҙары алып килгән ҡайнатмаларҙы ла һалдыҡ. МХО-лағы ир-егеттәребеҙгә ҙур ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ”, – тип хәбәр итте “Уңғандар” төркөмө ирекмәне Венера Борхан ҡыҙы Сәлимова.
Фото: “Уңғандар” ирекмәндәр төркөмөнән.