

Өфөләге В. Сәхәүетдинов исемендәге 21-се ҡала клиник дауаханаһының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, үҙ эше оҫтаһы Сергей Мусиндың биографияһында махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү айырым урын биләй. Замандашыбыҙға юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм үҙ эшеңә тоғролоҡ хас.
Сергей Александрович, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһы. Ошо хаҡта уның коллегалары хәбәр итә. Ул 1996 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын “Дауалау эше” белгеслеге буйынса тамамлай, артабан Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ҡан тамырҙары хирургияһы бүлексәһендә интернатура үтә. Табип 2024 йылдың декабренән 21-се дауаханала эшләй һәм ҡан тамырҙарының ауыр тайпылыштары менән яфаланған кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара.
2022 йылдың мартынан Сергей Александрович махсус хәрби операция биләмәһенә йөрөй башлай. 2023 йылдың ноябрендә ул – алты айға, 2025 йылдың мартында бер йылға юллана. Һауа-десант ғәскәрҙәре медицина аэромобиль отряды составында ул яраланған яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтә. Унда хеҙмәте ябай булмаһа ла, табип үҙенең иптәштәре, яугирҙәр тураһында хөрмәт менән йылы хәтирәләргә бирелеүсән. Сергей Александрович иңендә – йөҙләгән ҡотҡарылған яугир ғүмере.
Сығанаҡ, фото: В. Сәхәүетдинов исемендәге 21-се ҡала клиник дауаханаһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!