Геройҙар дәүере
10 Августа , 03:00

"Мирон" һәм "Старый" ялға ҡайтҡан

Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев үҙенең социаль сәхифәһендә хәбәр итә.

"Мирон" һәм "Старый" ялға ҡайтҡан"Мирон" һәм "Старый" ялға ҡайтҡан
"Мирон" һәм "Старый" ялға ҡайтҡан

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев ошо көндәрҙә ваҡытлыса ялға ҡайтҡан батыр ил һаҡсылары - "Мирон" һәм "Старый" позывнойлы яугирҙар менән осрашҡан. Был хаҡта башлыҡ үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Ике йыл ярым туғандарын күрмәгән "Мирон" әле ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһында ял итә. Уға Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙылар — был уның ныҡышмалы характерының кәүҙәләнеше.

Яу утын кискән һәм ауыр яра алған "Старый" хәҙер тыныс тормошҡа яңынан өйрәнә. Уның Батырлыҡ ордены — ябай ғына металл түгел, ә иң ҡатмарлы мәлдә лә уның юғалып ҡалмауына шаһит.

Барығыҙ өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәт, егеттәр. Мирон, үҙеңде һаҡла, беҙ һине иҫән-һау көтөп ҡалабыҙ. Ә "Старый"ға тыныс тормошта көс, һаулыҡ һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!" - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә район башлығы.

 

Сығанаҡ: Илмир Ҡотоевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

"Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Карима Усманова
Читайте нас