Геройҙар дәүере
10 Август , 04:00

Ҡыҙ яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара

Позывнойҙы уға яугирҙәр үҙҙәре бирә. Ни өсөн тигәндә, ҡыҙҙың иң ҡатмарлы, тынғыһыҙ мәлдә лә үҙен тыныс тота белеүе, сәбәләнмәүе, кәрәкле ярҙамды күрһәтеүе һәр кемгә яҡшы таныш.  

Ҡыҙ яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡараҠыҙ яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара
Ҡыҙ яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара

Уға ни бары 22 йәш. “Омут” позывнойлы шәфҡәт туташы ҡыйыулығы менән күпте күргән-кисергән яугирҙәрҙе лә таң ҡалдыра. Күңел асыу, косметика, модалы клубтар урынына был ҡаҡса ғына ҡыҙ Ватан һағына баҫыуҙы һайланы, тип яҙа “Родник плюс” гәзите.

Медицина колледжын тамамлау менән Эльвина Шишмә үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша. Еңел юл эҙләмәй, шунда уҡ ҡатмарлы наркология бүлексәһенә эшкә күсә. Йөҙгә-йөҙ кеше агрессияһы, ауыртыу-һыҙланыуҙар менән осрашыуҙар уны һындырмай, ҡыҙ үҙенең рухи ныҡлығын, сабырлығын көн дә иҫбатлай.

Ул бер кемгә лә әйтеп тормайынса контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһындағы хәрби госпиталгә яралыларға ярҙам итеү өсөн килә. Позывнойҙы уға яугирҙәр үҙҙәре бирә. Ни өсөн тигәндә, ҡыҙҙың иң ҡатмарлы, тынғыһыҙ мәлдә лә үҙен тыныс тота белеүе, сәбәләнмәүе, кәрәкле ярҙамды күрһәтеүе һәр кемгә яҡшы таныш. Үлем менән йәшәү араһында ҡалған һәм бирешергә уйлаған яралыны тәрән ятыуҙан сығара алған ҡыҙҙы был позывной яҡшы характерлай.

Бик һирәк эләккән буш ваҡытында ул туғандарынан посылка ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Үҙе өсөн түгел, яугирҙәр өсөн йылы ойоҡбаштар, күстәнәстәр ебәреүҙе һорай.

Шишмәләр генә түгел,бөтә Башҡортостан халҡы һинең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңды теләй, Эльвина! Һин беҙҙең өсөн ысын Герой!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

 

Фото: шәхси архивтан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас