Геройҙар дәүере
11 Августа , 07:56

Лайыҡлы яугирҙәр бүләкләнде

Генерал Шайморатов орденына һәм миҙалына дүрт яугир лайыҡ булды.

Лайыҡлы яугирҙәр бүләкләндеЛайыҡлы яугирҙәр бүләкләнде
Лайыҡлы яугирҙәр бүләкләнде

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән махсус хәрби операция яугирҙәрен бүләкләне. Генерал Шайморатов орденына һәм миҙалына дүрт яугир лайыҡ булды. Генерал Шайморатов ордены менән 6-сы парашют-десант батальоны 18-се парашют-десант ротаһының 2-се парашют-десант взводы отделениеһы командиры Илвир Нуриев һәм разведка-штурмлау бригадаһы командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Илдар Рәжәпов бүләкләнде.

2-се юл-комендант ротаһының 1-се взводы командиры Урал Дәүләтшин һәм хирургия бүлегенең операцион шәфҡәт туташы Ләйсән Ергизова генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

Илдар Рәжәпов республика Башлығына разведка‑штурмлау бригадаһы байрағын, шеврондарын бүләк итте.

Фото: скриншот. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас