

Мәсетлеләр ғәҙәттәгесә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. Тәүге көндәрҙән башланған эш бөгөн дә туҡтамай. “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр штабына был юлы “Автоодтых” (етәксеһе – Л.З. Малышева) кемпингы яугирҙәргә төрлө аҙыҡ-түлек һалынған ҡаптар һәм ике маскировкалау селтәре килтергән. Әйткәндәй, был изге эшкә башҡалар ҙа ҡушыла. Мәсетле районының “Ышаныслы тыл” штабы иһә Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Революция урамындағы 120-се йортта урынлашҡан.
Тылһыҙ фронт юҡ, тигән фекерҙә ирекмәндәр. Мәсетлеләр ярҙамы менән райондан әллә күпме ылау ярҙам оҙатыла. Улар ҡулдарынан килгәнсә Еңеүҙе яҡынлатыу өсөн көс һала.
Сығанаҡ, фото: Мәсетле районы хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!