

Ағымдағы йылдың 12 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә Махсус хәрби операция үткәреү осоронда Башҡортостан халҡының ҡаһарманлыҡ һәм хеҙмәт батырлыҡтары иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтте. Ҡатнашыусылар республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлау буйынса башҡарылған эште тикшерҙе, шулай уҡ был өлкәлә яңы бурыстар билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ошоға бәйле фекерен белдерҙе һәм Ватанды һаҡлаусылар тураһында хәтер Рәсәй йәмғиәте тормошонда һәр ваҡыт айырым урын биләй, тип билдәләне.
– Яугирҙарҙың батырлығы, ҡаһарманлығы һәм бурысына тоғролоғо киләсәк быуындар өсөн әхлаҡи ориентир булып тора. Республика етәксеһе Радий Фәрит улы, 2026 йылдың февралендә Башҡортостан Башлығы Указы менән булдырылған Махсус хәрби операция осоронда Башҡортостан халҡының ҡаһарманлыҡ һәм хеҙмәт батырлыҡтары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса комиссияның беренсе ултырышын асып: “Тәүге көндәрҙән үк яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Уларҙың батырлығы һәм сыҙамлығы тәрән ихтирамға һәм рәхмәткә лайыҡ", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Комиссия ағзаһы булараҡ, был уртаҡ эштең төп маҡсаты – ваҡытҡа әлеге булған хәлдәрҙе юйырға юл ҡуймау, тип иҫәпләйем. Йылдар үткәс, балалар һәм ейәндәр ҡоро мәғлүмәттәр түгел, ә тере шаһиттарҙың һөйләүе буйынса республика һәм илебеҙҙең ниндәй һынауҙар аша үтеүен аңлай алһын өсөн кәрәкле ғәмәл. Беҙ факттарҙы ғына түгел, интонацияны ла һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ: яуҙаштары тураһында һөйләгәндә, яугирҙың тауышындағы тулҡынланыуҙы; тылда бөтә ауырлыҡты үҙ иңендә тотҡандарҙың һүҙҙәрендәге ныҡлыҡты; маскировкалау селтәрҙәре бәйләгән, теккән, посылкалар йыйған ҡулдарҙың йылыһын.
Әле республикала 3 600-ҙән ашыу видео- һәм аудиоматериал йыйылған: репортаждар, интервьюлар, документаль кадрҙар. Был бик ҙур һан, әммә оло эштең тәүге өлөшө генә. Артабан уларҙы дөрөҫ системалаштырыу кәрәк: архивлау, тасуирлау, ҡулланыу мөмкинлеген тәьмин итеү. Һанлы архив булдырып, беҙ кешеләр ҡағыла алырлыҡ хәтергә нигеҙ һалабыҙ.
Махсус хәрби операция темаһына фильмдар төшөрөлгән, китаптар донъя күргән, даими нигеҙҙә теле-радиотапшырыуҙар һәм республика театрҙарында яңы әҫәрҙәр донъя күрә. Артефакттар, хаттар, шеврондар, яугирҙарҙың шәхси әйберҙәрен йыйыу буйынса эш башланды. Музей өсөн был экспонаттар ғына түгел, ә ваҡыт тауышы. Беҙҙең бурыс – ошо тауыштарҙы асыҡ һәм дөрөҫ яңғыратыу.
Минеңсә, беҙ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡалыу, оноторға, боҙоп күрһәтергә бирмәү, артабан хөрмәт һәм рәхмәт менән тапшырыу йәһәтенән ҡасандыр олатайҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙ алып барған эште дауам итәбеҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары ла был эшкә үҙ өлөшөн индерҙе: билдәле ҡәләм оҫталары Мөнир Ҡунафин, Лариса Абдуллина, Миләүшә Ҡаһарманова яу яланындағы яугирҙәр янында булып, бихисап ир-егеттәребеҙҙең яҙмыштарын әҫәрҙәрендә мәңгеләштерҙе, сәхнәлә спектакль дә ҡуйылды. Әлбиттә, был эш артабан дауам итәсәк.
Ғөмүмән, алғы һыҙыҡта яугирҙәребеҙ, хәрби тылдағылар – беҙ барыбыҙ ҙа, һәр беребеҙ, бөгөн тарихыбыҙҙы – бөйөк Рәсәйебеҙ тарихын яҙабыҙ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Фото Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан.