Геройҙар дәүере
18 Августа , 06:00

Тыуған ил хаҡына

Күптән түгел миңә бай тормош тәжрибәһе туплаған, хаҡлы ялдағы хәрби Шакир Ғәббәс улы Тоҡомбәтов шылтыратты. Ул Сочила йәшәгән башҡорттар ойошмаһы менән осрашыуға барғанда танышҡан Илүзә Фәттәх ҡыҙы Шәмиғолованың ҡайныһы икән. Ул миңә Ейәнсура районының лайыҡлы уҙаманы Руслан Фазылйән улы Байбулатовтың изге эштәре хаҡында һөйләне. Уның тауышында беҙҙең яугирҙәр өсөн көсөн дә, сығымдарын да йәлләмәй, мөмкин булғандың барыһын да башҡарған яҡташына ҡарата ихласлығын, йылылығын, ғорурлығын тойҙом.

Тыуған ил хаҡынаТыуған ил хаҡына
Тыуған ил хаҡына

Яугир рухлы Тоҡомбәтовтар

Шакир Ғәббәс улы инде 70-ен уҙған, әммә тауышы хәрбиҙәрсә яңғырауыҡлы, артыҡ һүҙ һөйләмәҫ кеше. Уларҙың берҙән-бер улы Русландары ут эсендә йөрөгәнен белгәнгә уның нисек тә егеттәргә ярҙам итергә теләүе аңлашыла. Улы Руслан, атаһы хәрби кеше булғас, ғаилә төрлө урындарға күсенеп йөрөгәнлектән, әллә нисә мәктәп алмаштыра. Үҙе лә ошо юлды һайлай: Пермь хәрби институтын тамамлай. Атаһы гарнизонда ҡалдырырға иҫәбе барлығын әйткәс, ҡырҡа яуап бирә. “Атайыма арҡаланып ҡалыр тип уйлайһыңмы? Юҡ!” Шулай итеп ул Чечняға хеҙмәт итергә юллана. Һуғышта контузия алғас, хәрби хеҙмәтен ҡалдырып, тамырҙары һут алған Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылына ҡайта. Ул ваҡытта Шакир Ғәббәс улы отставкаға сығып, хужалыҡ менән етәкселек итә. Фермерлыҡ менән булаша. Аттар үрсетә. Һыйыр фермаһы булдыра. Ә Руслан Күмертау ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән Илүзәгә өйләнә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса 2017 йылда йәш ғаилә Сочи ҡалаһына күсенергә мәжбүр була. Был көньяҡ ҡалала ла Токомбәтовтар ғаиләһе юғалып ҡалмай. Тормош иптәше Илүзә санаторийҙа оҙаҡ йылдар корпус мөдире булып эшләһә,  ғаилә башлығы трансфер ойошмаһында уңышлы ғына хеҙмәт итә. Матур ғына йәшәп яткандарына МХО башлана. Руслан Сочи башҡорттары ойошмаһының етәксеһе, лидерҙарының береһе булараҡ, гуманитар ылау менән башҡорт батальондары урынлашҡан ергә барып ҡайта. Оҙаҡ  уйланып йөрөгәндән һуң, 2022 йылдың 12 февралендә үҙе лә контракт төҙөп, яуға китергә ҡарар итә.  Тәүҙә ул Авдеевкала, ҡаты алыштар барған ергә эләгә, миномет батареяһында хеҙмәт итә, йыш ҡына аҙналар буйы бәйләнешкә сыҡмай. Илүзә алғы һыҙыҡҡа ире янына йыш барып ҡайта. Посылкалар һала, үҙе эшләгән реабилитация үҙәгендә гуманитар посылкалар йыйыу пунктын ойоштора, маскировкалау селтәрҙәре үрә. Илүзәнең атаһы Фәттәх кейәүенә, уның яуҙаштарына йыл һайын ҡыш етеүгә, аяҡтары өшөмәһен тип, быймалар һала. 2025 йылдың июнь айында Русланды  Курск йүнәлешенә күсерәләр.

 

Руслан Фазылйән улы Байбулатов

Быйылғы йылдың июль башында Шакир Ғәббәс улы Руслан улынан беҙҙең һалдаттарға элемтәне яҡшыртыу өсөн ретранслятор кәрәклеге хаҡында белә — унһыҙ яугирҙәр хәрби күрһәтмәләрҙе һөҙөмтәле башҡара алмаҫтары көн кеүек асыҡ. Шунда ул Иҙелбәк ауылы фермеры Руслан Фазылйән улына мөрәжәғәт итергә була. “Ул махсус операция башланғандан алып беҙҙең һалдаттарға әүҙем ярҙам итеүселәрҙән. Мәсьәләне аңлатып биргәс, Руслан Фазылйән улы һис һүҙһеҙ ярҙам итергә риза булды. Ике Руслан телефон аша һөйләшкәс, кәрәкле аппарат бер аҙнанан алғы һыҙыҡҡа алып барып та еткерелде. Дивизия командиры, подполковник, миңә шылтыратып, ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Ошо хаҡта хәбәр итергә икенсе көндө иртүк Байбулатовҡа йүнәлдем. Уның агрофирмаһы эшселәре разнорядкаға йыйылғайны, барыһы алдында хәрбиҙәрҙең сәләмен тапшырҙым һәм ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерҙем.

Ошо дүрт йыл эсендә беҙҙең Ейәнсура фермеры яугирҙәребеҙгә даими һәм ҙур күләмдә гуманитар ылау оҙатып тора. Яралыларҙы эвакуациялау өсөн медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған «Патриот» УАЗ автомобиле,  шулай уҡ күҙәтеү һәм разведка ҡорамалдары — өс дрон, ете радио, оптик прицел, төндә күрһәтә торған ҡоролмалар, генераторҙар, бензобысҡы һәм маскировкалау селтәрҙәре — дөйөм алғанда йөҙҙә ундан ашыу төрлө әйбер ебәргән. Ул шулай уҡ 600 дронға ҡаршы юрған һәм 90 дронға ҡаршы плащ тектереп яугирҙәребеҙгә оҙатҡан. Шулай уҡ ул даими рәүештә аҙыҡ-түлек менән дә тәьмин итә: ит ризыҡтары, он, май һәм консервалар — былар барыһы ла һалдаттарға, ундағы тыныс халыҡҡа кәрәкле. Ошо дүрт йыл эсендә ул күрһәткән ярҙам күләме ҡара иҫәп менән 6,5 миллион һумға барып еткән.  Ул быны үҙенең гражданлыҡ бурысы тип һанай һәм ихлас йөрәктән башҡара". Шакир Ғәббәс улы ошо хаҡта һөйләгәндә уның тауышында Байбулатовҡа ҡарата ғорурлыҡ, хөрмәт тойғоһо һиҙелде. Ул бындай кешеләрҙең төбәктең ысын хазинаһы булыуын, ошондай ҡаһарман йөрәкле кешеләр хаҡында күберәк һөйләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар хаҡында һәр кем белергә, уларға рәхмәтле булырға  тейеш, сөнки тап ошондай шәхестәр яҡты киләсәгебеҙҙе тәьмин итә, рухыбыҙҙы нығыта.

Илебеҙ ауыр мәлдәр кисергәндә, халыҡ үҙ иле хаҡына ошондай арымай-талмай изге эштәр менән үҙ һөйөүен иҫбатлаған, ысын батырлыҡтың һүҙһеҙ ҡылыныуын иҫбатлап, үҙ өлгөһө менән башҡаларҙы илһамландырғандарҙы ҡәҙер итеү мөһим.

 

Ейәнсураның тылдағы ҡаһарманы хаҡында яҙмам әҙер булғас, шаңҡытҡыс хәбәр алдыҡ: Руслан вафат. Бер ҡасан да күрешкәнем булмаһа ла, уның хаҡында ҡатыны Илүзә аша һәр ваҡыт хәбәрҙар инем. Русландың атаһы Шакир Ғәббәс улы менән дә Илүзә  таныштырғайны.  Асыҡ, ихлас кеше менән уртаҡ тел тиҙ таптыҡ. Ауыр хәбәрҙе алғас, Русландың атаһына шылтыратып, берҙән-бер улдарын юғалтыу ҡайғыларында сабырлыҡ теләнем.

 

...Фажиғә 1 августа була, Руслан иптәштәре менән бергә землянкала төнгө йоҡола ваҡытта, минометтан ут асалар. Дүрт һалдат яралана, ә Руслан, ныҡ янып, Курск реанимацияһына оҙатыла. Санкт-Петербургтан юлға сыҡҡан бер туған һеңлеһе Марина ул тере саҡта саҡ ҡына барып етеп өлгөрмәй ҡала. Опреацияға тип әҙерләгән Руслан, ҡаты яраларынан, вафат була.

Шакир Ғәббәс улы былай тигәйне: «Мин ҡатыным Галина Йәнәтхан ҡыҙы менән бында, Ейәнсурала үҫтек, был урын беҙҙең өсөн изге төйәгебеҙ, атайсалабыҙ. Русланды ла Иҙелбәктә ер ҡуйынына һаласаҡбыҙ». Руслан 11 августа һуңғы төйәгенә ҡайтып ятты.

Яҡындарын юғалтҡандарҙың барыһының да ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Руслан Тоҡомбәтов тураһында иҫтәлек кешеләр күңелендә йәшәһен, уның ысын мәғәнәһендә батырлығы, Тыуған илгә бирелгәнлек өлгөһө булып, яҡындарының һәм ватандаштарыбыҙҙың хәтерендә һаҡланһын.

 

Һүрәттәрҙә: Шакир Ғәббәс улы һәм Руслан Фазылйән улы; Руслан Тоҡомбәтов; Руслан менән Илүзә.

Тыуған ил хаҡына
Тыуған ил хаҡына
Тыуған ил хаҡына
Тыуған ил хаҡына
Тыуған ил хаҡына
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас