

Июль аҙағында “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһында ҡатнашҡан 64 тыңлаусы сығарылыш эштәрен яҡланы. Улар араһында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында стажировка үткән хәрби хәрәкәттәр ветераны Дмитрий Смирнов та бар. БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов уның остазы булған.
– Быйылғы йыл дауамында Дмитрий Валерьевич беҙҙең команданың тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнде. Ул форумдарҙа, кәңәшмәләрҙә һәм эшлекле осрашыуҙарҙа, Башҡортостандың махсус инвестиция режимын әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнашты, – ти Рөстәм Моратов.
Ә Дмитрий Смирнов үҙе: “Программа миңә власть органдары эшмәкәрлегенә икенсе күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирҙе”, – ти.
Дмитрий Смирнов 25 йыл хәрби хеҙмәттә була. Ул артиллерия училищеһы курсантынан батальон командиры урынбаҫарына тиклем юл үтә, махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй һәм Батырлыҡ ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнә.