

Айгөл Хәбирова махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Уның хәрби хеҙмәт тарихы — ысын батырлыҡ һәм һөнәренә тоғролоҡ өлгөһө.
Ул бер йылдан ашыу Бүздәк районының Ташлыҡул фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эшләгәйне, ә 2024 йылдың февраль башында, үҙ теләге менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа китергә ҡарар итте.
Бөгөн Айгөл Флүр ҡыҙы анестезист-шәфҡәт туташы вазифаһында хеҙмәт итә, көн һайын яралы хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙамлаша. Уның махсус хәрби операция зонаһындағы дөйөм хеҙмәт стажы ике йылдан ашыу.
Осрашыу барышында Бүздәк дауаханаһының баш табибы Александр Петрович Айгөл Флүр ҡыҙына бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт хаты һәм сәскә бәйләме тапшырҙы. Рәсми өлөштән һуң сәй табыны ойошторолдо, уның барышында шәфҡәт туташы үҙенең хеҙмәте тураһында һөйләне. Ул хәрби-ялан бригадалары алдында торған бурыстар тураһында бәйән итте һәм уларҙың эшендә һөнәрмәнлектең, сыҙамлылыҡтың һәм теләһә ниндәй көтөлмәгән хәлгә әҙер булыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Айгөл Хәбирова контрактын яңынан оҙайтты һәм яралыларға ярҙам күрһәтеү хеҙмәтен дауам итәсәк. Хеҙмәттәштәре һәм дауахана етәкселеге уның һайлауы менән ғорурлана, уға көс-ҡеүәт һәм сыҙамлылыҡ теләй, иң мөһиме — иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Фото: "Буздякские новости" гәзите.