Геройҙар дәүере
25 Августа , 05:30

“Менербеҙ, Алла бирһә, ағай!”

Зариф Байғусҡаров яралы яугир, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан журналист Бәйтулла Фәтҡуллиндың хәлен белергә барҙы

“Менербеҙ, Алла бирһә, ағай!”“Менербеҙ, Алла бирһә, ағай!”
“Менербеҙ, Алла бирһә, ағай!”

Рәсәй именлегенә хәүеф янағанда Башҡортостан ир-егеттәре һәр ваҡыт уның һағына баҫа. 1812 йылда, 15 йәштән бөтә ир-ат атҡа атланған заманда ла, шулай була. 1941-ҙә лә. Бөгөн дә шулай.

“Башҡортостан Республикаһының "Атайҙар ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былай тип яҙҙы: “Ватан именлеген һаҡларға тип үҙ теләге менән МХО-ға юлланған күп кенә егеттәрҙе шәхсән беләм. Улар барыһы ла – патриоттар, донъяла фашизмды еңгән ата-бабаларыбыҙҙың ысын вариҫтары. Шуларҙың береһе – билдәле журналист, “Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы Бәйтулла Фәтҡуллин. Күптән түгел Бәйтулланың яралы яуҙашын хәүефле зонанан алып сыҡҡанда ауыр йәрәхәт алыуы хаҡында ишеттем”.

Бәйтулла Шәрифулла улы 2023 йылдың декабрендә махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән юллана. 2026 йылдың 21 июлендә ул һуғыш яланының хәрби бәрелеш һыҙығынан яралы яугирҙе эвакуациялай. Ҡотолоу өсөн ышыҡ булған ағастарға тиклем 15 метр самаһы ғына ҡала. Шул мәлдә... шартлау!  Пехотаға ҡаршы мина уның аяғын балтыры аҫтынан өҙә. Әммә Бәйтулла бирешмәй. Бер саҡрым тирәһе, носилка алып килгәнсе, иптәштәренең яурынына таянып, һыңар аяҡлап һикереп бара. Егеттәр уның яраһын бәйләп, ботаҡтарҙан шына эшләй һәм һуғыш яланынан алып сыға.

Әлеге көндә ул Мәскәүҙәге 2-се һуғыш ветерандары госпиталендә реабилитация үтә. Табиптарға аяҡтың бер өлөшөн ампутацияларға тура килә. Бәйтулла ярҙам иткән яралы иптәше лә иҫән ҡала. Хәҙер улар бергә дауалана.

Зариф Закир улы Бәйтулла Шәрифулла улы ятҡан госпиталдең етәкселеге һәм дауалаусы табиптар менән дә аралашҡан. Ә Бәйтулла үҙе күңел көрлөгөн юғалтмай, һауығыуға бара, осрашыуға ихлас шатланған. Улар күп нәмәләр тураһында әңгәмәләшкән. Бәйтулла Фәтҡуллин уны белгән һәр кемгә сәләм еткергән һәм, һауығып ҡайтҡас, тыуған Белорет районындағы Ҡыҙылташ тауына менеү хыялын уртаҡлашҡан.

“Нисек уйлайһығыҙ: аяҡһыҙ менә алырмынмы икән?” – тип һораған ул.

“Әлбиттә, һинең хыялыңды тормошҡа ашырасаҡбыҙ – киләһе йылда һеҙҙең тауға ғаиләләр менән күтәрелербеҙ. Мотлаҡ күтәрелербеҙ!” – тип яуаплаған Зариф Закир улы.

Осрашыуҙан һуң Бәйтулла Фәтҡуллин тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан:

“Зариф Закир улы, ҙур рәхмәт. Ысын күңелдән! Менербеҙ, Алла бирһә, ағай!”, - тигән ул.

Бәйтулла Шәрифулла улына һәм бөтә яралы яугирҙәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Геройҙарыбыҙҙы өйҙә көтәбеҙ!

Фото: Юлия Исламова.

“Менербеҙ, Алла бирһә, ағай!”
“Менербеҙ, Алла бирһә, ағай!”
Автор:
Читайте нас