Геройҙар дәүере
26 Августа , 09:00

Башҡортостан журналисы еңеү яуланы

Журналист, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Ильяс Батыргәрәев Бөтә Рәсәй «Рәсәй патриоттары» премияһында еңеү яуланы. Конкурсҡа Төмән ҡалаһында үткән «Рәсәй патриоттары» беренсе федераль ирекмәндәр һәм граждандар активистары форумында йомғаҡ яһалды. 

Башҡортостан журналисы еңеү яуланыБашҡортостан журналисы еңеү яуланы
Башҡортостан журналисы еңеү яуланы

Журналист, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Ильяс Батыргәрәев Бөтә Рәсәй «Рәсәй патриоттары» премияһында еңеү яуланы. Конкурсҡа Төмән ҡалаһында үткән «Рәсәй патриоттары» беренсе федераль ирекмәндәр һәм граждандар активистары форумында йомғаҡ яһалды.

Ильяс Батыргәрәев «Һанлы ҡарар» номинацияһында еңеүсе булды. Ул – күп тапҡыр махсус операция зонаһына командировкаларға барып, башҡорт яугирҙәре, уларҙың алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте тураһында репортаждар әҙерләгән журналист. Уның видеояҙмалары «Башҡорт батальоны» проекты сиктәрендә социаль селтәрҙәрҙә 70 миллиондан ашыу тапҡыр ҡаралған.

– Бөтә Рәсәй «Рәсәй патриоттары» премияһында еңеүсе булыу – ул бүләк кенә түгел, ҙур хөрмәт һәм һин башҡарған эштең мөһимлеген таныу. «Башҡорт батальоны» проектына ярашлы сюжеттарым «Һанлы ҡарар» номинацияһында иң яҡшы проекттар исемлегенә инде. Был уңышта – геройҙарыбыҙҙың беҙ ғәҙел һәм ихлас итеп еткерергә тырышҡан тарихтары һәм күңел өлөшө. Был кадрҙар, батырлыҡ һәм ғәҙеллек шаһиты булараҡ, тарихта мәңге ҡаласаҡ.

Күрһәткән ышанысы өсөн тыуған республикама ихлас рәхмәтлемен: ошо ауыр ваҡытта Башҡортостан дөйөм еңеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Тарихи төбәктәрҙә үткән һигеҙ ай, яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар, лайыҡлы хеҙмәт иткән егеттәр менән әңгәмәләр – былар барыһы ла мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ. Беҙҙең яугирҙәргә өйҙән, туғандарынан һәм битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам айырыуса көслө. Ситтә ҡалмаған һәм дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт. Еңеү маҡсаттарыбыҙ, уйҙарыбыҙ һәм башҡарған эштәребеҙ берҙәм булғанда ғына мөмкин! – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Ильяс Батыргәрәев.

Башҡортостан журналисы еңеү яуланы
Башҡортостан журналисы еңеү яуланы
Башҡортостан журналисы еңеү яуланы
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас