

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары батальоны йәш көстәр менән тулылана. Исемле подразделениеға яугирҙәр һайлап алына, дәғүә итеүселәр күп кимәлле аттестация үтә, йәш буйынса ла талаптар бар. Һалдаттар медицина тикшереүен үткәс, хеҙмәт итеүгә бер йылға контракт төҙөй һәм махсус уҡыу үҙәгенә ебәрелә. Уҡыу тамамланғандан һуң уларға рәсми танытма тапшырыла.
Дыуан районынан егерме йәшлек “Шрам” позывнойлы егет мобилизацияға тиклем еңел атлетика менән шөғөлләнә һәм колледжда белем ала. Яңы батальон төҙөлөүе хаҡында үҙе уҡыған уҡыу йорто директорынан ишетә. Уның ике туған ағаһы ла шундай уҡ подразделениела хеҙмәт итә. Шуға күрә егет икеләнеп тормай, пилотһыҙ осоу аппараттары хеҙмәтен һайлай. Яҡындары ла ҡаршы төшмәй, уның ҡарарын хуплай.
“Шрам”дың яҡташы “Дуван” позывнойлы егет уның менән бала саҡтан яҡшы таныш. Ул да яңы батальон төҙөлөүе тураһында иптәшенән ишетә һәм уға ҡушылырға ҡарар итә. “Дуван” был аҙымға тиклем транспорт хәүефһеҙлеге өлкәһендә эшләй, джойстик менән идара итеү тәжрибәһе бар, компьютер клубтарында күп ваҡытын ваҡыт уҙғарыуы ла ярҙам итә.. Уның ғаиләһе лә егеттең уйына ҡаршы төшмәй, киреһенсә, уны яңы һөнәр алырға дәртләндерә.
Пилотһыҙ осоу операторҙары бөгөн армияла бик мөһим төп белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, штурм төркөмдәренә ярҙам итергә, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала. Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай. Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Егеттәрҙең хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: “Мечетлинская жизнь” гәзите сайтынан.