Геройҙар дәүере
27 Августа , 11:00

Тәтешлеләр батырҙарын онотмай

Тәтешле районында МХО-ла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәр хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар асыу тантанаһы үтте

Тәтешлеләр батырҙарын онотмайТәтешлеләр батырҙарын онотмай
Тәтешлеләр батырҙарын онотмай

Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылында “Дан аллеяһында” яҡташтар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Мемориаль плиталарҙы асыу тантанаһында саҡырылған ҡунаҡтар, ауыл халҡы һәм геройҙарҙың туғандары ғына түгел, ә Пермь крайының Чернушинский һәм Лысьвенский райондарынан яугирҙәрҙең яҡындары ла ҡатнаша.

– Бөгөн беҙҙең Түбәнге Балтас ауылында баһалап бөткөһөҙ ваҡиға булды. Күҙ йәштәре менән бер үк ваҡытта күңелдәр ғорурлыҡ менән тула. Беҙ махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташтарыбыҙ — геройҙар иҫтәлегенә туғыҙ мемориаль таҡтаташ астыҡ. Ташҡа уйып яҙылған был туғыҙ исем – ябай хәрефтәр генә түгел. Был туғыҙ ғүмер, туғыҙ яҙмыш, туғыҙ йылмайыу, беҙ уларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Был беҙҙең ир-егеттәр, улар киләсәкте яҡларға китте һәм уның өсөн иң ҡәҙерлеһен бирҙе. Беҙҙең өсөн, ауыл халҡы өсөн, был урын хәҙер изге. Ул ҡайғы өсөн түгел, Хәтер өсөн. Мемориаль таҡтаташтар һәр ваҡыт беҙгә, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә тыныслыҡтың ниндәй хаҡ менән бирелеүе тураһында иҫкәртәсәк. Был гранит ҡына түгел, быуындар араһындағы күпер, йәшәргә һәм иҫтә тоторға бойороҡ, – тине Түбәнге Балтас ауыл советы депутаты Эдуард Рәхимйәнов.

Мемориаль таҡтаташтар “Тарихи хәтер” проекты сиктәрендә ҡуйылған, уның маҡсаты – Ватан өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың батырлығын мәңгеләштереү. Тәтешле районы халҡы өсөн был символдар ғына түгел, ә дөйөм рәхмәттең күҙгә күренгән кәүҙәләнеше, һәләк булғандар тураһында хәтер һаҡларға һәм уны киләсәк быуындарға тапшырырға вәғәҙә. Ватанды һаҡлаусыларҙың яҡты иҫтәлеге, уларҙың батырлығына һәм фиҙакәрлегенә мәңгелек дан.

Фото: Тәтешле районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас