

“Беҙ уны 2024 йылда район хакимиәте янында махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡайныҡ. Ул саҡта яҡташыбыҙ дүрт бала атаһы, механизатор һәм көрәш буйынса бына тигән тренер ине. Ә бөгөн ул “Мулла” позывнойлы ысын герой!” – тип яҙа “Благоварские вести”.
Махсус хәрби операцияға тиклем ул Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм Ҡарғалы мәктәбендә чемпиондар әҙерләй. Спортта сынығыуы, физик әҙерлеге яугирҙе күп ауырлыҡтарҙан, көсөргәнешле хәлдәрҙән ҡотҡара. Штурмлаусы булып иң ҡыҙыу нөктәләрҙә һуғыша: Гродовка, Новогродовка, Очеретино, Новотроицкое, Александровка... Ике тапҡыр ҡаты яралана, контузия ала, әммә ул яңынан алышҡа сыға. “Мин үҙемдең ни өсөн һуғышҡанымды беләм”, ти батыр.
Ҡаһарманлығы, ҡыйыулығы өсөн яҡташыбыҙ “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған.
Хәҙер “Мулла” пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итә. Яугирҙең әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары һуғыштың барышын үҙгәртә ала. Был һөнәрҙең нескәлектәрен ҙур теләк һәм тырышлыҡ менән өйрәнә ул. Өйҙә батырҙы ғаиләһе сабырлыҡ һәм ышаныс менән көтә. Был юлы ла яҡташыбыҙ яҡындарының өмөтөн аҡлар, еңеү менән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыр.
Фото: шәхси архивтан.