

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары батальоны йәш көстәр менән тулылана. Исемле подразделениеға яугирҙәр һайлап алына, дәғүә итеүселәр күп кимәлле аттестация үтә, йәш буйынса ла талаптар бар. Һалдаттар медицина тикшереүен үткәс, хеҙмәт итеүгә бер йылға контракт төҙөй һәм махсус уҡыу үҙәгенә ебәрелә. Уҡыу тамамланғандан һуң уларға рәсми танытма тапшырыла.
Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән “Курт” позывнойлы яугир вахта ысулы менән Яҡут Республикаһында эшләп йөрөгән сағында Башҡортостанда яңы батальон төҙөлөүе хаҡында интернеттан белеп ҡала. Шунда уҡ йәһәт кенә ҡарарға килә: “мин батальонда булырға тейеш!” Армияла хеҙмәт иткәнендә ул стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә водитель булып хеҙмәт итә. Яңы батальонда да ошо уҡ эште дауам итергә уйлай. Тәүҙә ғаиләһе – әсәһе, ҡатыны һәм ике ҡыҙы уның ҡарарын ҡабул итә алмайынса ҡаршы төшөп ҡарай, тик егеттең һүҙендә ныҡ тороуы уларҙы ла һындыра. Яҡындары “Курт”тың көтөлмәгән аҙымын хуплап, уға хөрмәтен, ышанысын белдерә.
Өфө ҡалаһы егете, “Чак” позывнойлы егет оҙаҡ йылдар автоэлектрик-диагност булып эшләй. Уның был өлкәләге ҙур тәжрибәһе батальон өсөн файҙалы буласаҡ. Яугир пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу, ремонтлау менән шөғөлләнмәксе. “Чак” хәрби дуҫтары менән даими бәйләнештә, бөгөнгө хәлде, иңенә төшкән яуаплылыҡты яҡшы аңлай.
Ул исемле батальондың төҙөлөүен бик ваҡытлы һәм мөһим сара тип иҫәпләй, – тип яҙа “Молодежная газета”.
Батальонда хеҙмәт итеү, лайыҡлы түләүҙе гарантиялауҙан тыш, ветеран танытмаһы, дәүләт наградалары алыуҙы, хеҙмәткә урынлашыуҙа һәм вуздарға уҡырға инеүҙә льготалар менән тәьмин итеүҙе лә эсенә ала. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеү буйынса уҡыу өс айға тиклем дауам итә һәм тамамлағандан һуң дәүләт документы тапшырыла.
Пилотһыҙ осоу операторҙары бөгөн армияла бик мөһим төп белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, штурм төркөмдәренә ярҙам итергә, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала. Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай. Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Егеттәрҙең хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ!
Ғәзиз Әбделмәнов фотоһы.