Геройҙар дәүере
29 Августа , 05:00

Финалсылар чемпионатта ҡатнашты

“Башҡортостан геройҙары" программаһы финалсылары стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионатта лайыҡлы сығыш яһаны.

Финалсылар чемпионатта ҡатнаштыФиналсылар чемпионатта ҡатнашты
Финалсылар чемпионатта ҡатнашты

14 августа Сибайҙа VIII “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Global Management Challenge – халыҡ-ара чемпионат үтте.

Республиканың “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалсыларынан торған МХО ветерандары ассоциацияһы командаһы тәүге тапҡыр ярышта ҡатнашҡан һәм 3-сө урын алған. Был турала программаның социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙҙылар.

Дүрт этаптан торған ярыш, виртуаль бизнес, республиканың иң көслө командалары, шул иҫәптән БР Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм “Бизнес-шерифтар” командалары менән көс һынашыу. Әҙерлек булмаған тиерлек, әммә көслө ынтылыш һәм командала бергә эшләү яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам иткән.

Команданы формалаштырыуҙа “Башҡортостан геройҙары” программаһы финалисы, Башҡортостан Республикаһы МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Смирнов мөһим роль уйнаған. Команданы Илшат Рысаев, Роман Ободец һәм Татьяна Саенко әҙерләшә. Идеяны БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хуплаған.

Форумдың пленар ултырышында МХО ветерандарына эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярҙамға арналған “Өйҙәге бизнес. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип аталған программа тәҡдим ителгән. Уны эшләүҙә Дмитрий Смирнов ҡатнашҡан.

Сибайҙа алған бронза командаға Мәскәүгә, федераль этапҡа юл аса.

Мәғлүмәт, фото: vk.ru/geroi_bashkortostana

Финалсылар чемпионатта ҡатнашты
Финалсылар чемпионатта ҡатнашты
Финалсылар чемпионатта ҡатнашты
Финалсылар чемпионатта ҡатнашты
Финалсылар чемпионатта ҡатнашты
Финалсылар чемпионатта ҡатнашты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас