

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Таһир Күсимов исемендәге батальоны яугире Юрий Филёв сығышы менән Киров өлкәһенән. Ул үҙ теләге буйынса МХО-ға юлланған һәм бына өс йыл дауамында өс йыл дауамында водитель булып хеҙмәт итә.
Сираттағы хәрби бурысты үтәү барышында Юрий Филёв дрондар һөжүме, миномёт һәм артиллерия уты аҫтында алғы һыҙыҡҡа хәрби припастар, һыу һәм аҙыҡ-түлек алып барырға тейеш була. Төркөм өсөн яуаплы кеше булараҡ, ул был бурысты лайыҡлы, ә иң мөһиме – юғалтыуҙарһыҙ үтәп ҡайтыуға ҙур өлөш индерә.
Ҡыйыулығы, ҡатмарлы шарттарҙа юғалып ҡалмауы өсөн рядовой Юрий Филёв Суворов миҙалына лайыҡ була.
Сығанаҡ: “Башҡорт батальоны” чаты.