Геройҙар дәүере
30 Августа , 19:15

"Ауыр мәлдәрҙә дуҫтарға таяндым”

Шул саҡта ла хәле ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Фаил иптәштәре өсөн нығыраҡ борсола...

"Ауыр мәлдәрҙә дуҫтарға таяндым”"Ауыр мәлдәрҙә дуҫтарға таяндым”
"Ауыр мәлдәрҙә дуҫтарға таяндым”

Фаил Фәнүз улы Ғиззәтуллин Миәкә районының Сәфәр ауылында тыуған. 9-сы класты тамамлағандан һуң Мәләүездәге 39-сы һөнәрселек училищеһында төҙөлөш мастеры һөнәрен ала. Диплом алыу менән 2004 йылда армия сафына баҫа.

Алты айҙан һуң Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөй һәм Краснодар өлкәһендә өс йыл хеҙмәт итә. Был мәлдә Чечняла ҡаты хәрби бәрелештәр бара. Фаил Ғиззәтуллинға ла унда ҡатнашырға тура килә. Тыуған яғына ҡайтҡас, Өфөләге заводтарҙың береһенә иретеп йәбештереүсе булып урынлаша. Ике йылдан һуң Абхазиялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыу өсөн контракт төҙөй, хәрби әҙерлек үтә. Тик тыныслыҡ килешеүе төҙөлгәс, унда ҡатнашырға тура килмәй, тип яҙа “Светлый путь” гәзите.

– Махсус хәрби операция башланғас, мобилизация буйынса повестканы пропискала торған ауылға ебәргәндәр. Өс айҙан һуң ғына белеп, үҙем военкоматҡа барҙым. “Хеҙмәткә йыйыу тамамланды”, тигәстәре, Бишбүләк районының Боголюбовка ауылында эшкә урынлаштым. Тыныслыҡ юғалды, иптәштәрем тегендә, ут эсендә, ә мин бында. Олатайҙарым да һуғышта булған. Ғөбәйҙулла олатайым 112-се кавалерия дивизияһында һуғышҡан. Яраланған көйө, бер аяғынан яҙып ҡайтты.

Тыныс ҡына йәшәй алмауымды аңлап, сираттағы контрактымды төҙөп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сафына баҫтым. Мине шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа минометсы итеп ебәрҙеләр.

Ҡайҙа ғына булырға, ҡайҙа ғына һуғышырға тура килмәне. 2023 йылдың апреленән 2025 йылдың авгусына тиклем һалдат тормошоноң бөтә ауырлыҡтарын иптәштәрем менән бергә күтәрҙем. Иң ауыр хәл-ваҡиғаларҙа мине хәрби хеҙмәттәштәремдең дуҫ була белеүе, һиҙгер мөнәсәбәте ҡотҡарҙы, көс бирҙе, – ти ветеран.

26 августа һалдаттар командаһы алғы позициянан үҙ часына ял итеү, аҙыҡ-түлек запасын тулыландырыу өсөн ҡайтҡан сағында дошман дрондары һөжүменә эләгә. Барыһы ла урман һыҙатына ынтыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фаил пехотаға ҡаршы минаға баҫа. Иптәштәре уға ярҙамға ашыға, тәүге медицина ярҙамын күрһәтә. Яралыны яландан күмәкләп сығарып арбаға һалалар. Машина госпиталгә илткәнсе, биш сәғәт ваҡыт үтә. Ҡан күп юғалтыла. Профессиональ медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң тәүҙә Луганскиға, аҙаҡ Дондағы Ростов ҡалаһына оҙаталар. Ашығыс яһалған операциянан һуң ай ярым дауаханала ятырға тура килә. Хәле ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Фаил иптәштәре өсөн нығыраҡ борсола. Аҙаҡ реабилитация үтә, протезда йөрөргә өйрәнә. Ҡайҙа ғына булыуына ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәткәрҙәренең иғтибарлығын, һиҙгер мөнәсәбәтен тойоп йәшәй. ”Һәйбәт тәрбиәләнеләр, дауаланылар, бөтә госпиталь һәм дауахана табиптарына, шәфҡәт туташтарына ҙур рәхмәт”, – ти ул.

Хәҙер Миәкә егете, Бишбүләк районын үҙ итеп, Дим ауылында йорт һатып алған. Ата-әсәһе уны төҙөкләндереүҙә ярҙамлаша. Райондың социаль координаторы Гүзәл Хисаметдиноваға мең рәхмәтле ветеран. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы яраланған аяғына протез кейә алмаған яугирҙе Өфөләге госпиталгә йөрөтә. Уға яңынан операция яһайҙар. Фаил Ғиззәтуллин хәрби хеҙмәттәштәрен юҡһынып, һағынып иҫкә ала, уларға именлек, һаулыҡ теләй һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын көтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Зөлфиҙә Муллағәлиева фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас