Геройҙар дәүере
31 Август , 10:05

Илебеҙ һағында шундай кешеләр тора!

Радий Хәбиров лайыҡлыларҙы бүләкләне. 

Илебеҙ һағында шундай кешеләр тора!Илебеҙ һағында шундай кешеләр тора!
Илебеҙ һағында шундай кешеләр тора!

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе бүләкләү тантанаһы менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике яугирҙе һәм халыҡ-ара олимпиадала юғары уңышҡа өлгәшкән уҡыусыны тәбрикләне.

Башҡортостан Башлығы хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән ике яугир түшенә Генерал Шайморатов орденын таҡты. Улар – уҡсылар взводы командиры урынбаҫары Айнур Вәлиев һәм батальон командирының ҡоралланыу буйынса урынбаҫары Фидель Ғилметдинов.

Наградалар тапшырғас, Радий Фәрит улы һоҡланыуын йәшермәй: “Иғтибар итегеҙ, илебеҙҙе ниндәй кешеләр яҡлай!” – тине.

Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Руслан Әминев бүләкләнде. Ул Ҡытайҙа үткән иҡтисад буйынса халыҡ-ара олимпиадала көмөш призер булған.

– Был - абруйлы халыҡ-ара олимпиада. Дөйөм тырышлыҡ менән республиканың олимпиада хәрәкәте буйынса иң яҡшы бишәү иҫәбенә инеүенә өлгәштек. Был - республикабыҙҙа урта белем биреү сифатының мөһим күрһәткесе, – тине Радий Хәбиров.

Руслан Башҡортостан Башлығына күрһәткән хөрмәте һәм уҡытыусыларына алған белеме өсөн рәхмәт әйтте. Уның гимназияһында Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә иҡтисад буйынса республика олимпиадаһын башларға ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне. Шулай уҡ туғыҙынсы класс уҡыусыһының халыҡ-ара кимәлдә еңеүсе булыу маҡсаты бар.

– Киләсәктә алтын призер булыу планы бар. Минеңсә, был бик тә мөмкин. Мин шуға ынтылам, – тине Руслан Әминев.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Илебеҙ һағында шундай кешеләр тора!
Илебеҙ һағында шундай кешеләр тора!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас