Геройҙар дәүере
1 Сентября , 09:00

Ҡыйыу рухлы Өфө егеттәре

Бер туған яугирҙәр – алғы һыҙыҡта  

Ҡыйыу рухлы Өфө егеттәреҠыйыу рухлы Өфө егеттәре
Ҡыйыу рухлы Өфө егеттәре

Өфө егеттәре ағалы-ҡустылы "Шима" һәм "Шаһ" позывнойлы яугирҙәр яҙмышы миҫалында ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, туған ҡәҙерен белеү нисек булыуын ап-асыҡ тояһың.   "Шима" Салауат Юлаев батальонында хеҙмәт иткән саҡта уның шиғырҙыр яҙыуы билдәле булды. Бер нисәүһен алып матбуғат биттәрендә баҫтырғайным. Шул ваҡыттан бирле "Шима" менән ара-тирә һөйләшеп торабыҙ.

"Шима"  – Максим Александрович Цыбин, Ҡаҙағстанда тыуған. 2012 йылда Өфөгә күсеп килә, ике йылдан өйләнеп, ҡыҙҙары Ралина тыуа. МХО-ға киткәнсә Максим Өфөләге «Леруа Мерлин»да хеҙмәт итә. Тәүге көндәренән алып яу юлында йөрөгән яугир 2022 йылдың декабрендә ҡаты яраланып, Өфөгә ҡайта. Әммә 2023 йылдың авгусында Росгвардия аша, Салауат Юлаев батальоны менән йәнә лә  МХО-ға юллана, унда бүлексә командиры итеп ҡуйыла. Инструктор булараҡ, һалдаттар менән эшләй: белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша. 2025 йылдың майында һаулығы ҡаҡшауы буйынса ул Өфөгә ҡайта.

Уның ҡустыһы "Шаһ" ағаһы өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ кисерә. Ул да ағаһы юлынан, 2024 йылда контракт төҙөп, фронтҡа китә. 2025 йылда уны штурмлау взводы командиры итеп ҡуялар, ​​уның иңенә иң ауыр миссия — Покровскиҙы алыу йөкмәтелә.

Штурм ваҡытында дрон "Шаһ"ты яралай.  Әммә ул посын ташлап китмәй, разведчиктар рәтендә алғы һыҙыҡта ҡала.  Ике  ай буйына ул хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә була. "Шима", ҡустыһын эҙләү маҡсатында, 2026 йылдың ғинуарында яңынан контракт төҙөп,  Покровск йүнәлешендәге штурм отрядына ҡушыла. Шул ваҡытта уға "Шаһ"тың госпиталдә булыуы хаҡында хәбәр итәләр. Денис ҡустыһының именлеген белгәс, "Шима" еңел һулай, әммә иптәштәрен ташлап ҡайтып китмәй. Ул штурмовиктың ауыр эшен башҡарып, алға барыуын дауам итә. 2026 йылдың 3 апрелендә Покровск өсөн барған ҡанлы алыштарҙың береһендә дошман минаһына эләгә. Ҡаты шартлау "Шима"ның ҡулын өҙә.

Хәҙер ағалы-ҡустылы Цыбиндар икеһе ике яҡта. "Шаһ", алты айлыҡ оҙайлы дауаланыуҙан һуң, хеҙмәткә кире ҡайта, алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Ә "Шима" яҙмышына яҙған һынауҙы сабыр кисерә, дауаланыу үтеп, ҡулына протез көтә.

Ағалы ҡустылылар һаман күрешә алмайҙар, әммә сентябрь айында Өфөлә осрашырбыҙ тигән өмөт менән йәшәйҙәр. Максим ҡустыһы Денисты эҙләп киткәндә Мира исемле ҡыҙҙары тыумаған була. Бер айҙан, февралдә, донъяға килгән ҡыҙын да, һаман да, госпиталдә булыуы арҡаһында,  ул күрмәгән  әле. Бына сентябрҙә барыбыҙ ҙа бергә йыйылырбыҙ, ҡыҙым менән дә күрешергә күп ҡалмаған,  ти ул.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

 

Ҡыйыу рухлы Өфө егеттәре
Ҡыйыу рухлы Өфө егеттәре
Ҡыйыу рухлы Өфө егеттәре
Ҡыйыу рухлы Өфө егеттәре
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас