Геройҙар дәүере
2 Сентября , 10:00

Беҙҙең егеттәр шулай хеҙмәт итә!

Рәмил Туҡтамышев 2023 йылдың йәйендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контаркт төҙөп МХО-ға юллана. “Ағайым Һауа оборонаһы хеҙмәтендә булды. Мин дә үҙемде хәрби тормошҡа арнарға ҡарар иттем”, - ти ул. 

Беҙҙең егеттәр шулай хеҙмәт итә!Беҙҙең егеттәр шулай хеҙмәт итә!
Беҙҙең егеттәр шулай хеҙмәт итә!

Рәмил Туҡтамышев 2023 йылдың йәйендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контаркт төҙөп МХО-ға юллана. “Ағайым Һауа оборонаһы хеҙмәтендә булды. Мин дә үҙемде хәрби тормошҡа арнарға ҡарар иттем”, - ти Рәмил.

Бөгөн ул – пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса отделение командиры.

– Һигеҙ-туғыҙ ай дауамында үҙемдең расчетым менән дошмандың 100-ләп R-18 гексокоптерын һәм 20 разведка БПЛА-һын юҡ иттек. Ике-өс расчет менән көндөҙ ҙә, төндә лә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ бер сменала, өс-дүрт сәғәт эсендә генә, алты пилотһыҙ осоу аппаратын бәреп төшөрҙөк. Уларҙың дүртәүһе “Баба-Яга, икәүһе разведка яһаусы дрон ине. Үҙебеҙҙең эшебеҙ менән егеттәрҙең алға барыуын тәьмин итәбеҙ, уларҙы төндә һаҡлайбыҙ. Ҡайһы ваҡытта алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, ярҙам өсөн рәхмәт әйтә, - тип һөйләне отление командиры Туҡтамышев.

Рәмилгә, уның егеттәренә һәм барлыҡ яугирҙәргә имен-аман , еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас