

Дүрт йылдан ашыу барған махсус хәрби операция барышында Башҡортостандың өс меңдән ашыу яугире хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгәндәре өсөн дәүләт һәм ведомство наградаларына лайыҡ булды. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге, үҙ-үҙен аямай ил тыныслығы, яҡындары именлеге өсөн һуғышыуы хаҡында яҡшы беләбеҙ, батырҙарыбыҙ менән осрашырға, уларҙың ҡайҙан көс-ҡеүәт алып, еңеүгә ҙур ышаныстарын аңларға тырышабыҙ. Әлеге мәлдә республикабыҙҙың 16 яугире һуғыш яланында героизмы һәм батырлығы өсөн Рәсәй Федерацияһының Геройы исеменә лайыҡ булды. Махсус хәрби операцияла үҙҙәрен ысын ил һаҡсыһы, патриот итеп күрһәткән, “Алтын йондоҙ” миҙалына лайыҡ булған батырҙар араһында Салауат районынының Башҡорт Илсекәйе ауылында тыуып үҫкән башҡорт егете Вәсил Камил улы Ямалетдинов та бар.
Ваҡыты тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ул һүҙебеҙҙе йыҡмай, редакцияға килеп, беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, бөгөн ниндәй уй-пландар менән йәшәүе менән таныштырҙы. Башҡортостандың йәмле лә, ҡырыҫыраҡ та тәбиғәтендә, милли батырыбыҙҙың тыуған төйәгендә, ғәҙәти ауыл тормошонда бәләкәйҙән сынығып үҫкән йөҙәрләгән ябай ауыл егеттәренең береһе ул 28 йәшлек Вәсил Ямалетдинов. Тәүәккәл, үткер зиһенле, коллективты артынан әйҙәрлек көскә, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеп, һөҙөмтә өсөн яуап бирерлек ныҡышмал командир булыуын да раҫлаған яугир. Командирлыҡ – уның өсөн вазифа ғына түгел, ә үҙенә власты, ҡатмарлы бурыстарҙы алған үҙенсәлекле эшмәкәрлек. “Хәрби етәксе юл күрһәтеп кенә ҡалмай, ә үҙе алдан юл ярып барыусы”, “ҡаты ҡуллы булыу өҫтөнә кешеләр менән эшләй, һәр яугирҙең көслө һәм йомшаҡ яҡтарын баһалай белеүсе”, тиеүендә уның өлгөрөп еткән, стратегик күҙаллау һәм көндәлек бурыстарҙы яҡшы күҙ алдына килтергән командир икәнлеге күренә.
– Вәсил Камил улы, һеҙ хәрби уҡыу йорттарында уҡып белем алмаһағыҙ ҙа күңелегеҙ менән хәрби хеҙмәткә ынтылып йәшәгән егеттәрҙең береһе. Ғөмүмән, беҙҙә һалдатта булғандарға, хәрби кейемдәгеләргә, Ватанға хеҙмәт иткәндәргә айырым йылы мөнәсәбәт йәшәй. Кемдең өлгөһө һеҙгә армия хеҙмәтендә үк Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә йоғонто яһаны?
– Ысынлап та, беҙҙә хәрбиҙәргә, ил именлеген һаҡлаусыларға ихтирам ҙур. Мин дә уларға үҫмер саҡтан тулҡынландырғыс, йөрәкһенеүле хис-тойғолар кисерә инем. Һәр саҡ ыҫпай кейенгән, һомғол буйлы, тәртипле, дисциплиналы ир-егеттәр ышаныс тойғоһо уята, уларға тиңләшке, улар кеүек булғы килә. Тормошта минең өсөн иң ҙур өлгө – Данил ағайым. Уға әле 51 йәш, отставкалағы Эске эштәр министрлығы офицеры. Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан кеше. Ҡыйыулыҡтың ир-ат өсөн ни тиклем мөһимлеген, һайлаған юлдан тайпылмаҫҡа кәрәклеген унан күреп өйрәндем. Олатайым да биш йыл Германияла хеҙмәт иткән. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, яҡташтарыбыҙҙың данлы юлы бәләкәйҙән ҡанға һеңгән. Ғөмүмән, хәрби кеше өсөн ғаилә, уның мөнәсәбәте ҙур роль уйнай. Фронтта ниндәй генә ҡатмарлы бурыстар үтәһәң дә, яҡындарың, ҡәҙерле кешеләрең күңелдән сыҡмай. Өйҙә мине ҡатыным Лиана һәм биш йәшлек ҡыҙым Йәсминә көтә. Ғаилә – ул һинең Ватаныңдың бер өлөшө, ә уның киләсәге өсөн тап беҙ яуаплы.
–Үҫмерлек осоронда һәр кемдең яратҡан геройҙары, шәхестәре була. Бала саҡта күңелегеҙгә онотолмаҫлыҡ булып уйылған кумирҙарҙың ҡайһыһы бөгөн дә һеҙҙе илһамландыра, дәрәжәһен юғалтмай?
– Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған бөйөк хәрби етәкселәр, маршалдар, батырҙар тураһында күп уҡыным. Һәр береһе минең өсөн ҡабатланмаҫ өлгө, яҡты маяҡ. Мин генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге кавалерия дивизияһының иҫ киткес батырлығы менән бөгөн дә сикһеҙ ғорурланам. Сағыштырмаса бәләкәй генә дивизиянан 78 Советтар Союзы Геройы үҫеп сығыуы таң ҡалдырғыс ваҡиға бит, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығына сағыу миҫал!
Минең өсөн Александр Суворовтың шәхесе һоҡландырғыс, батырлығы кире ҡаҡҡыһыҙ. Һалдаттар менән аяуһыҙ һуғыш ауырлыҡтарын, һыуыҡты, аслыҡты, үлем ҡурҡынысын бергә үткәргән полководец яугирҙәре өсөн етәксе булыуҙан тыш, тағы ла юғарыраҡ кимәлгә – “атай” дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Фельдмаршалдың һалдаттары менән һаламда бергә йоҡлауы, бер ҡаҙандан ашауы, Альп походында улар менән юлды йәйәүләп үтеүе, һөжүмгә бергә күтәрелеүе уның ниндәй хәрби етәксе булыуын асыҡ һүрәтләгән миҫалдар. Махсус хәрби операция зонаһында ла һалдат командирына ҡарай, ул үҙен нисек тота, тынысмы, нимә эшләргә кәрәклеген беләме... Ышаныс тойһа, ҡурҡыу ҙа юғала.
– Хеҙмәткәрҙәрегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Һеҙ улар өсөн ниндәй командир?
–Беҙҙең ротала дүрт ай эсендә Рәсәй Геройы исеменә өс яугирҙең лайыҡ булыуы һеҙҙең һорауығыҙға яуап. 19 йәшлек “ҡырғыҙ” позывнойлы Тыва егете быйыл 20 февралдә, тап минең тыуған көнөмдә, Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Шатлығымдың сиге булманы, “һин минең тыуған көнөмә ниндәй ҙур бүләк яһаның!” тип ысын күңелдән ҡотланым үҙен. Йәшермәйем, мин ҡаты ҡуллы, тура һүҙле, “дилбегәне” ҡулда ныҡ тота торған етәксе. Ябыҡ окоптарҙа мин яугирҙәргә идара итә алмайым, шуға күрә көсөргәнешле мәлдә һәр береһенең дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүе мөһим. Һәр хата өсөн командир яуап бирә, ысын офицер бер ваҡытта ла ғәйебен башҡалар иңенә һалмай, үҙе күтәрә. Тәжрибә етерлек булмағанда үҙем ебәргән хаталарым өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләнем, һалдаттарымды ла иҫкәртәм. Дошмандан да өйрәнә торған әйберҙәр күп, уларҙың тактикаһын белеү, һығылмалылыҡ, хәйләкәрлек уңышҡа килтерә. 2025 йылдың декабрендә мотоуҡсылар батальоны ротаһына етәкселек иткәндә Запорожье өлкәһендәге Гуляй-Поле торағына беренсе булып инеп, төнөн алдашыу маневрын файҙаланып, өҫтәмә көс килгәнсе ҡала урамдарында позицияны тота алыуыбыҙ - шуға миҫал.
– “Катав” позывнойын алыуығыҙ юҡҡа түгелдер, моғайын? Ниндәй тәьҫораттар, хәтирәләр менән бәйләнгән ул?
– Тыуған ауылым Башҡорт Илсекәйендә 9-сы класты тамамлағас, Силәбе өлкәһендәге Ҡатау-Тамаҡ (Усть-Катав) ҡалаһындағы индустриаль-технология техникумына уҡырға индем. Ғүмеремдең хыялдарға бай йәшлек осоро тап ошо ҡалала үтте. Әсәйем Зәфирә лә ошондағы заводта байтаҡ йылдар эшләне, уға Ҡатау-Тамаҡта фатир алғандан һуң хәҙер ошо ҡалала йәшәй, тыуған ауылыбыҙҙы ла онотмай.
– Һеҙ махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнашып, рядовой хеҙмәткәрҙән капитан званиеһына тиклем ҡатмарлы юл үткән яугир. Өс тапҡыр ҡаты яраланғандан һуң һауығыу менән яңынан сафҡа баҫтығыҙ. Хәрби хеҙмәтегеҙҙең ҡайһы бер биттәре менән уҡыусыларҙы таныштырһағыҙ ине.
– Армия хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта үттем һәм шунда уҡ илдең Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән ҡатнашырға тура килде. Көнсығыш хәрби округтың 5-се дөйөм ғәскәр армияһы 60-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһының ротаһына командалыҡ иттем. Былтыр декабрь айында мөһим хәрби үҙәк иҫәпләнгән, нығытылған, дошмандың логистика һәм тәьмин итеү урыны иҫәпләнгән Гуляй-Поле ҡалаһына тәүгеләрҙән булып инә алдыҡ. Рәсәй ғәскәрҙәре өсөн уны контролгә алыу үтә мөһим мәсьәлә ине. Минең ротаның бурысы – урман һыҙатында дошманды урап үтеп, уның тылында өс урамды яулау. Бының өсөн ҡаланың көнбайыш өлөшөн “таҙартып”, бригаданың төп көстәре артабан үтерлек итеп плацдарм булдырыу. Беҙҙең ғәскәрҙәр дошманды урман һыҙатынан ҡыҫырыҡлай башлағас, улар беҙҙең яҡҡа сигенә башланы. Үҙҙәренең тылында минең рота һөжүменә эләгеү улар өсөн көтөлмәгән хәл булды. Һөҙөмтә билдәле инде. Беҙ яуланған позицияны төп көстәр килгәнгә тиклем ныҡлы тотоп торҙоҡ. Өс аҙна самаһы һөжүм барҙы, аҙаҡ контратакаларҙы кире ҡағырға тура килде. Иң ауыры – юл, ә штурмлау ҡурҡыныс түгел. Эште ойоштороу, ресурстарҙы – ваҡытты, кешеләрҙе, техниканы дөрөҫ бүлеү, тәжрибәлеләргә “яңыларҙы” эйәртеү, контролләү, күнекмәләргә өйрәтеү һөҙөмтә бирә.
– Вәсил Камил улы, Кремлдә үткән ғүмергә онотолмаҫлыҡ тантанала ниндәй уйҙар кисерҙегеҙ? Республиканың төпкөлөнән сыҡҡан ябай ауыл егетенең ҡасан да булһа офицерҙарҙың парад формаһында, ил Президенты, Юғары баш командующийы ҡулынан “Алтын йондоҙ” миҙалын алыу тураһында уйы, моғайын, булмағандыр ҙа...
–Мин әле лә ышанып етә алмайым. Был награда – минең өсөн иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ. Бер кем дә һуғышҡа батыр булам, награда алам тип инмәй. Ротала төрлө милләт, дин вәкилдәре, иңде иңгә терәп, бары бер уй менән хеҙмәт итә – тиҙерәк еңеү яулап, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу. Киләсәктә тыныс тормошта илгә хеҙмәт итеү маҡсатында Башҡортостан Башлығы академияһының дәүләт һәм муниципаль идара һәм иҡтисад факультетына уҡырға индем. Өфө ҡалаһының махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе итеп тәғәйенләнеләр, әле эш планы төҙөү, ашығыс мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнәм. Беләм, үҫмерҙәр һәм йәштәр һәр аҙымымды күҙәтәсәк, минең яҡтан бер ниндәй яҙыҡлыҡтар, ситкә тайпылыштар, вәғәҙәне үтәмәү күренештәре булмаҫҡа тейеш, ғөмүмән, йәш быуын өсөн һәр махсус хәрби операция ветераны өлгө булыр тип уйлайым. Фронттан яраланып ҡайтҡан ветерандарға, атайһыҙ ҡалған балаларға, яҡлаусыһыҙ ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеүҙе намыҫ эше итеп иҫәпләйем.
Динә Арыҫланова.
Фото: шәхси архивтан.