Геройҙар дәүере
2 Сентября , 04:00

Яңауылдар ике мунса оҙатты

Улар ирекмәндәрҙең берлектәге тырышлығы менән һатып алынған. Ҡатмарлы ялан шарттарында хәрби рухты һаҡлау өсөн аҙ ғына булһа ла өйҙәге уңайлылыҡты тойоу мөһим, ти ирекмәндәр. 

Яңауылдар ике мунса оҙаттыЯңауылдар ике мунса оҙатты
Яңауылдар ике мунса оҙатты

“Бөгөн тағы бер гуманитар конвой фронтҡа юлланды. Был сәфәр яугирҙәргә өҙлөкһөҙ ярҙам итеү сылбырында тағы бер звено буласаҡ”, – тип яҙҙы Яңауыл районы хакимиәте.

Был юлы яңауылдар МХО яугирҙәренә ике мобиль мунса ебәрҙе. Улар ирекмәндәрҙең берлектәге тырышлығы менән һатып алынған. Ҡатмарлы ялан шарттарында хәрби рухты һаҡлау өсөн аҙ ғына булһа ла өйҙәге уңайлылыҡты тойоу мөһим, ти ирекмәндәр.

Ғөмүмән, Яңауыл районы һәм ҡалаһы халҡы МХО-ның тәүге көндәренән яугирҙәр, айырыуса үҙҙәренең яҡташтары тураһында хәтһеҙ ҙур хәстәрлек күрә. Был юлы ла стажлы ирекмәндәр Илнур Шакиров, Радик Ғөбәев, Марат Шакиров, Илмир Фәхрисламов, Азамат Сәхрәтов, Илнар Шарапов, Илшат Ғәйнуллин берҙәмлек өлгөһө күрһәткән. Әүҙем ирекмән Филүс Абдуллиндың ойоштороу һәләте, яҡташтарына ярҙам итеү теләге мөмкин булмағанды ла булдырырға булышлыҡ итә. Һәм, әлбиттә, һәр изге эшкә тотош район халҡы ҙур өлөш – финанс һәм ҡул ярҙамы күрһәтә.

Мунсалар яугирҙәргә имен-аман барып етеп, уларҙың мәнфәғәтенә яҙһын.

Сығанаҡ: Яңауыл районы хакимиәте сайты.

 

Яңауылдар ике мунса оҙатты
Яңауылдар ике мунса оҙатты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас