

Белорет районының Инйәр ауылында ирекмәндәр слеты үтте. Сараны Инйәр ирекмәндәре менән "Журналист-ирекмәндәр төркөмө ойошторҙо.
“Маҡсатыбыҙ — иң яҡшыларҙы бүләкләү генә түгел, ә яңы идеялар һәм уртаҡ проекттар өсөн мөхит булдырыу. Бергә булғанда, изге эштәр тағы ла киңерәк ҡолас ала”, - ти ойоштороусылар.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе кәңәшсеһе Рөстәм Баянов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, журналист Наил Юнысов ҡатнашты.
Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ сығышында Башҡортостан ирекмәндәре яугирҙәргә һәр саҡ оло иғтибар күрһәтеүен һәм һынауҙар берҙәмлекте тағы ла нығыраҡ арттырыуын билдәләп үтте.
Слет барышында Башҡортостан һәм Рәсәй халҡы менән берлектә «БӨТӘҺЕ ЛӘ ЕҢЕҮ ӨСӨН!» девизы аҫтында ойошмаларҙың гуманитар күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сара барышында "Юлдаш" радиоһына гуманитар ылау тапшырылды. Улар ошо арала Халыҡ фронты ойошмаһы аша Башкортостан полкына оҙатыласаҡ.
Шулай уҡ балалар менән осрашыу ойошторолдо, “Батырлыҡ дәресе” барышында Башҡортостан Республикаһы МХО ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы советы депутаты Рәжәп Арыҫланов, шулай уҡ журналист-ирекмәндәр Зөһрә Арсаева, Сәриә Рамазанова, Динара Сафина, Лилиә Фәйзулова, Гөлшат Имелбаева сығыш яһаны.
Слетты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы, ирекмән, Гөлсөм Бикбулатованың сығышы йәнләндереп ебәрҙе.
Фото: С. Рамаҙанова.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan