Геройҙар дәүере
4 Сентября , 00:15

Фонд МХО ветерандарын хәстәрләүҙе дауам итә

Төп маҡсат – МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәргә тулы ҡанлы тормош алып барырға ярҙам итеү.

Фонд МХО ветерандарын хәстәрләүҙе дауам итәФонд МХО ветерандарын хәстәрләүҙе дауам итә
Фонд МХО ветерандарын хәстәрләүҙе дауам итә

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды мхсус хәрби операция ветерандарының йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Бына күптән түгел комиссия тағы ла өс яугирҙең – Руслан Хәбибрахманов, Руслан Хәйретдинов һәм Эльвир Исмәғилевтәрҙең өйҙәрен тикшерҙе, тип хәбәр итә Фонд социаль селтәрҙәге төркөмөндә. Эльвирға швед стенкаһы ла ҡуйғандар.

Һәр кемдең үҙ тарихы, үҙ ҡатмарлыҡтары һәм ихтыяждары бар. Өс яугирҙең дә аяғы киҫелгән. Фондтың бурысы – уларҙың көнкүрешен мөмкин тиклем уңайлы, хәүефһеҙ итеү.

Комиссия "Аҡыллы йорт" системаһы ҡуйыу, махсус эш урыны ҡороу, тәҙрәләрҙе асыуҙы автоматлаштырыу, ишектәрҙе киңәйтеү, душ кабинаһын махсус ваннаға алмаштырыуҙы тәҡдим иткән. Ветерандарға адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү һәм махсус кейем алыу мөмкинлеге лә бар.

Фондтың төп маҡсаты – МХО-нан ҡайтҡан һәр яугирҙе хәстәрләү, иғтибар менән солғау, уларға тулы ҡанлы тормош алып барырға ярҙам итеү.

Фото: vk.ru/zashitnikiotechestvarb

Фонд МХО ветерандарын хәстәрләүҙе дауам итә
Фонд МХО ветерандарын хәстәрләүҙе дауам итә
Фонд МХО ветерандарын хәстәрләүҙе дауам итә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас