

Июль аҙағында “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалсылары сығарылыш эштәрен яҡланы. 64 ҡатнашыусы заман ҡуйған һынауҙарға арналған көнүҙәк темалар буйынса эшләп, эксперттарҙы стратегик идеялары менән таныштырҙы һәм йомғаҡлау һынауын уңышлы үтте.
Улар араһында уҡыу барышында Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Артем Ковшовтан оҫталыҡ серҙәренә өйрәнгән Илдус Ғәббәсов та бар ине. Финалсының аттестация эше “бик яҡшы” тигән баһа алды. Бындай баһалар – республикала яңы кимәлгә эйә идарасылар барлыҡҡа килеүен иҫбатлаған дәлил, тигән фекерҙә белгестәр.
Илдус Вәсим улы республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы миҫалында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын тағы ла нисек уңышлыраҡ атҡарырға мөмкин икәне буйынса тикшеренеү үткәргән. Ул эш барышын тәрән өйрәнгән, үҫеш өсөн мөһим билдәләрҙе тапҡан һәм бының өсөн аныҡ эш алымдары тәҡдим иткән. Уның тәҡдимдәре нигеҙендә “Башҡортостан геройҙары” программаһы буйынса шөғөлләнеү мәлендә алған белем һәм тәжрибәләр ята. Проект быйыл февраль айында эшләй башланы, ул республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылды.
Мәғлүмәт, фото: vk.ru/geroi_bashkortostana