

Ҡайһы берәүҙәр өсөн “намыҫ”, “Тыуған ил” тигән төшөнсәләр матур һүҙҙәр генә түгел, ә тормоштарының төп мәғәнәһе. “Беҙҙең яҡташыбыҙ, “Фаза” исемле яугиребеҙ тап шундай ҡыйыу, фиҙакәр егеттәребеҙҙең береһе, – тип яҙа “Ашҡаҙар таңдары”. – Ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡанында беҙ унан хәрби хеҙмәте, рота старшинаһы бурыстары тураһында һораштыҡ. Уның әйтеүенсә, бөтә бурыстар араһында иң мөһиме – шәхси составты һаҡлау, яугирҙәрҙе тейешле бөтә нимәләр менән тәьмин итеү. Һалдаттар үҙҙәре эргәһендә ышаныслы кеше, тоғро иптәш барлығын тойһон өсөн “Фаза” барыһын да эшләргә тырыша”.
– Рота старшинаһы атай һәм әсәй кеүек булырға тейеш ул. Барыһын да кейендерергә, ашатырға, боеприпастар таратырға кәрәк. Барыһы өсөн дә яуап бирәм, – ти яугир.
Ул был ялға ҡайтҡанында ғәскәр часы командирынан гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашҡан яҡташтарына Рәхмәт хаттары алып ҡайтып тапшырған.
“Фаза”ның хәрби юлы Төньяҡ флотта башлана. Ҡырыҫ диңгеҙ мәктәбе уның характерын сыныҡтыра, оҙаҡ уйлап тормай ҡәтғи ҡарарға килә: контракт төҙөп, яҙмышын армия менән бәйләй. Ике тиҫтәнән ашыу Тыуған илдең именлеге хаҡына хеҙмәт итә. Ҡаһарманлығы, профессионализмы өсөн юғары дәүләт наградаларына – II һәм III дәрәжәләге ”Хәрби хеҙмәттәге отличие өсөн” миҙалдары, “Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн” миҙалы, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” билдәһенә лайыҡ булған. Махсус хәрби операция башланыу менән Ҡарәсәй-Черкес республикаһында хәрби әҙерлек үтә һәм иң яуаплы зонала эш башлай. Тәжрибәле хәрби хеҙмәткәрҙе мотоуҡсылар ротаһының старшинаһы итеп тәғәйенләйҙәр. Бына өсөнсө йыл инде ул Донецк Халыҡ Республикаһын азат итеү буйынса хәрби бурыстарын үтәй.
“Фаза” етәкселегендә рота ҡәтғи көн тәртибе буйынса йәшәй. Бөтә ауыр эштәр төнгөлөккә күсерелә, ә көндөҙ яугирҙәр мөмкинлек булғанда ял итеп, көс йыя. Алғы һыҙыҡта булыуҙарына ҡарамаҫтан, яугирҙәр көнкүрештәрен һәйбәт итеп ойошторорға тырыша, казарма һәм мунса төҙөй, уларҙың хатта үҙ ашнаҡсыһы ла бар. Хәрби шарттарҙа тимер дисциплина хөкөм һөрһә лә, бында юморға ла, туғанлыҡ тойғоһона ла урын бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
Фото: шәхси архивтан.