Геройҙар дәүере
9 Сентября , 06:00

Өфө университеты БПЛА операторҙары әҙерләй

Алынған күнекмәләрҙе сығарылыш уҡыусылары гражданлыҡ өлкәһендә лә ҡуллана ала. Бөгөн БПЛА операторҙары ауыл хужалығында, сәнәғәт һәм энергетика инфраструктураһында, картографияла, логистикала һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшмәкәрлегендә йыш талап ителә. 

Өфө университеты БПЛА операторҙары әҙерләйӨфө университеты БПЛА операторҙары әҙерләй
Өфө университеты БПЛА операторҙары әҙерләй

Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы Хәрби уҡыу үҙәгендә (ВУЦ) студенттарҙы «Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы» хәрби-иҫәп һөнәре буйынса уҡытыу алып барыла. Был башланғыс – заманса һәм динамик үҫешкән ғәскәрҙәрҙең береһе өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән пилот проекты.

Былтыр башлыса гуманитар йүнәлештә белем алған икенсе курс студенттары араһынан йыйылған курсанттарҙың беренсе взводы заманса дрондарҙың бөтә спектры менән эшләргә әҙерләнгән. Улар разведка, һөжүм итеү дрондары һәм камикадзе-аппараттар менән идара итергә өйрәнгән.

– Дәрестәрҙе тейешле әҙерлеккә эйә һәм, иң мөһиме, хәрби хәрәкәттәр зонаһында БПЛА ҡулланыу тәжрибәһе булған офицерҙар үткәрә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы Хәрби уҡыу үҙәге начальнигы полковник Евгений Сотников.

Белем биреү программаһын, заманса талаптарҙы һәм әлегәсә булған матди-техник базаны иҫәпкә алып, үҙәк уҡытыусылары әҙерләгән. Ул БПЛА конструкцияһын, программалау нигеҙҙәрен, ҡулланыу тактикаһын өйрәнеүҙе, шулай уҡ практик күнекмәләрҙе – дрондарҙы йыйыу, һүтеү, ремонтлау, көйләү, эшләтеп ебәреү һәм оҙатыуҙы үҙ эсенә ала. Уҡытыу бер нисә этапта алып барыла: курсанттар башта теорияны өйрәнә, үҙ һәләттәрен тренажер-симуляторҙарҙа һынап ҡарай һәм артабан ысын ялан осоштарына күсә.

Алынған күнекмәләрҙе сығарылыш уҡыусылары гражданлыҡ өлкәһендә лә ҡуллана ала. Бөгөн БПЛА операторҙары ауыл хужалығында, сәнәғәт һәм энергетика инфраструктураһында, картографияла, логистикала һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшмәкәрлегендә йыш талап ителә.

Фото: Өфө фән һәм технологиялар университетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас