Геройҙар дәүере
12 Сентября , 17:45

Башҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” слетында ҡатнашыусылар менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Геройҙар биләмәһе" слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Тулыраҡ - сайтта:

Башҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” слетында ҡатнашыусылар менән осраштыБашҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” слетында ҡатнашыусылар менән осрашты
Башҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” слетында ҡатнашыусылар менән осрашты

12 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркы биләмәһендәге алтынан 14 йәшкә тиклемге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Геройҙар биләмәһе" слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Сараға тотош республиканан 132 бала, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренән, шулай уҡ ата-әсәләр һәм ирекмәндәр килде.

Осрашыу алдынан республика етәксеһе күргәҙмәне һәм слеттың тематик локацияларын ҡараны. Балалар янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу техникаһы менән танышты. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре Рәсәйҙең армияһын ҡоралландырыу тураһында һөйләне. Балалар авиамоделирование, окоп шәмдәрен эшләү, маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Кинологтар хеҙмәте вәкилдәре эт-терапевтарҙы күрһәтте.

Слетты “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды Мәғариф һәм фән министрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары менән берлектә ойошторҙо.

-“Геройҙар биләмәһе”н беренсе тапҡыр үткәргәндә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға нимә кәрәклеген, ниһайәт, таптыҡ. Уларҙың реакцияһына ҡарағанда, ошондай мажаралар аша үтеү һәм үҙҙәрен ысын ир, герой итеп тойоу мөмкинлектәрен биргән өсөн балалар ҡәнәғәт ҡалды. Был улар өсөн бигерәк мөһим, - тип белдерҙе  “Бәхет биләмәһе” попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова.

Осрашыуҙы асып, төбәк етәксеһе егеттәрҙе сәләмләне һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн слетты үткәреүҙең мөһим икәнлеге хаҡында белдерҙе.

-Кисә һәм бөгөн көндәрегеҙ тығыҙ булды. Ҡорал менән эш итергә, пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә өйрәндегеҙ, тактик медицина тураһында белем алдығыҙ. Һеҙ – ысын ирҙәр. Ә һәр ир-егет төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә алырға тейеш. Беҙ, өлкәндәр, һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәбеҙ һәм һеҙгә геройҙарға кеүек ҡарайбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы атайҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән балаларға уларға хәрби мәсьәләләрҙе атҡарғандары өсөн хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе һораны. Артабан республика етәксеһе илһөйәрҙәр слетында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Радий Хәбиров менән бергә слетҡа Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов, РФ Дәүләт Думаһының Туризм һәм туризм инфраструктураһы үҫеше буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев, Махсус хәрби операция ветерандары төбәк ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, паралимпиясы, йәмәғәт эшмәкәре, блогер Рөстәм Нәбиев килде.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы ирекмәндәргә һәм ата-әсәләргә үҫеп килгән быуын хаҡында хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе муниципалитеттарҙа, дәүләт ойошмаларында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға насар ҡараштың булдырылмаясағын айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Патриот” паркында Радий Хәбиров шулай уҡ Тыуған ил өсөн һәләк булған геройҙар тураһындағы хәтер өсөн рухи-мәғариф комплексы төҙөлөшө барышы менән танышты.

-“Жилстройинвест” компанияһы етәксеһе Рабис Сәдих улы Сәлиховҡа идеябыҙҙы хуплағаны һәм проектты әҙерләгәне өсөн рәхмәт, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ рухи лидерҙар менән берлектә бында кемдәрҙең хеҙмәттәрҙе атҡарасаҡтары тураһында килештек. Тиҙҙән бында урында йәшәүселәрҙең киләсәге, тиҙҙән комплекста никах та уҡытыу өсөн киләсәктәр, тип уйлайым. Дөйөм алғанда, “Патриот” паркы инфраструктураһы күптәр өсөн эшләргә тейеш.

Сығанаҡ, фотолар: БР Башлығы сайтынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

 

Башҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” слетында ҡатнашыусылар менән осрашты
Башҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” слетында ҡатнашыусылар менән осрашты
Башҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” слетында ҡатнашыусылар менән осрашты
Башҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” слетында ҡатнашыусылар менән осрашты
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас