Геройҙар дәүере
11 Сентября , 19:15

Динисламдың батырлығы һоҡландыра

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы финалисы Азамат Шаһисолтанов МХО яугире Динислам Ғәйнуллинға ҡағылышлы тарих менән уртаҡлашты. 

Динисламдың батырлығы һоҡландыраДинисламдың батырлығы һоҡландыра
Динисламдың батырлығы һоҡландыра

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы финалисы Азамат Шаһисолтанов МХО яугире Динислам Ғәйнуллинға ҡағылышлы тарих менән уртаҡлашты.

Динислам хеҙмәт иткән хәрби часть Мәскәү өлкәһендә дислокацияланған була. Уларҙы махсус хәрби операция зонаһына ебәреү планлаштырылмағас, отделение командиры бер нисә ай дауамында үҙен фронтҡа йүнәлтеүҙәрен һорап рапорт менән мөрәжәғәт итә. Сираттағы тапҡыр кире яуап алғас, Динислам Ғәйнуллин Рәсәй Президенты Хакимиәтенә хат яҙа. Бер аҙнанан яугир Бахмут районына юллана.

Клещеевка янындағы ауыр алыштар барышында дошман дроны арҡаһында Динислам ауыр яралана: ярсыҡтар ҡулының артерияларын өҙә. Шуға ҡарамаҫтан, ул хеҙмәттәштәрен эвакуациялауҙы ойоштора. Был батырлығы өсөн часть командиры уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим итә. Ул эвакуациялаған яугирҙәрҙең барыһы ла иҫән ҡала.

Табиптар тәүҙә Динислам Ғәйнуллиндың һул ҡулын ампутацияларға ҡарар итә, әммә, бәхеткә күрә, ҡулды һаҡлап ҡалыу мөмкин була. Батыр яугиргә госпиталдә ятҡан сағында «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырыла. Динислам, һауығып госпиталдән сыҡҡас, сафҡа кире ҡайтыуҙы һорай, әммә командование, яраларының ауырлығын баһалап, уны өйҙә ҡалдырырға ҡарар итә. “Мин, әлбиттә, үҙемдекеләргә ярҙам итергә теләр инем”, – ти ул.

Уның был һүҙҙәрен «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы финалисы Азамат Шаһисолтанов миҫал итеп килтерә һәм батыр яугиргә хөрмәтен һәм һоҡланыуын белдерә.

Сығанаҡ: https://vk.ru/geroi_bashkortostana

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас