Геройҙар дәүере
16 Сентября , 04:00

Инструкторҙар йәш белгестәрҙе “осорға” өйрәтә

"Беҙҙә бик зирәк, йылғыр, зиһенле йәштәр күп. Улар белемде тиҙ үҙләштерә, практик осоштарға ла йәһәт өйрәнә”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша “Тигр”

Инструкторҙар йәш белгестәрҙе “осорға” өйрәтәИнструкторҙар йәш белгестәрҙе “осорға” өйрәтә
Инструкторҙар йәш белгестәрҙе “осорға” өйрәтә

Ҙур хәрби тәжрибәгә эйә инструкторҙар Муса Гәрәев исемендәге батальонға ҡабул ителгән йәштәрҙе хәрби оҫталыҡҡа, маһирлыҡҡа, дисциплинаға өйрәтә. Әҙерлек осоронда махсус контракт төҙөгән операторҙар үҙ эшен яҡшы үҙләштергән белгестәргә әүерелергә тейеш. Тәүге этапта симуляторҙар ярҙамға килә, улар тулыһынса  пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе алмаштыра, коптер тибындағы дронға хас аэродинамиканы эшкә ҡуша. Егеттәр программаның теоретик һәм практик өлөшөн өйрәнә. Пилотһыҙ осоу аппараты ниндәй өлөштәрҙән тора, ул нисек эшләй, уны нисек ремонтларға?

Батальон инструкторы, “Стив” позывнойлы яугир: “Техника  камиллашыуын дауам итә, еңел квадрокоптерҙар аҙыҡ-түлек, боеприпастар ташыусы ауыр дрондар менән алмашына. Яңы белгеслектәрҙе үҙләштереүе ауыр түгел, ти йәштәр. Уларға бала саҡтан өйрәнгән компьютер уйындары тәжрибәһе ярҙам итә. Мин Муса Гәрәев исемендәге батальонда махсус контракт буйынса хеҙмәт итәм. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”, – ти яугир.

“Имтихандың практик өлөшө – осоштар, объект тирәләй контроль, һауала аҫылынып тороу һәм ергә уңышлы ултырыу. Бының өсөн теорияны белергә кәрәк, – ти “Брачо” позывнойлы яугир. – Ни өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын һайланым? Элекке эшемдә тәжрибәм бар ине. Шуға күрә мин бында нығыраҡ кәрәклемен, тип уйлайым. Әле хәрби хәрәкәт зонаһында хәрби бурыстар үтәйем”.

“Хәүефһеҙ урында тороп, дрондарға идара итеп, разведкалау, артиллерияны, самолеттарҙы корректировкалау, контролләү, пехота хәрәкәтен күҙәтеү бурыстарын үтәй бөгөн хәрбиҙәр. Өҫтәүенә дрондарҙың осош алыҫлығы арта ғына бара. Радиоэлектрон көрәш тә көсәйә. Бындай ҡаршы тороуҙа тактикала яңы “оптоволокно” һүҙе барлыҡҡа килде, ул батальонда әүҙем ҡулланыла. Беҙҙең батальон алдынғы позицияларҙа һөжүм алып бара. Бөтә командирҙар ҙа хәрби тәжрибәгә эйә. Беҙҙә бик зирәк, йылғыр, зиһенле йәштәр күп. Улар белемде тиҙ үҙләштерә, практик осоштарға ла йәһәт өйрәнә”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша “Тигр”.

Муса Гәрәев исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы командиры, “Сова” позывнойлы яугир әйтеүенсә, махсус контрактты тамамлағандан һуң тыныс тормошта ла белемдең кәрәк булыуы бар. ”Бындай әҙерлекте үткән һәр кем үҙ эшендә ысын профессиональ буласаҡ. Һуғыштағы күнекмәләр, белем, дисциплина йәштәрҙең тормошҡа мөнәсәбәтен тамырынан үҙгәртеүе мөмкин. Башҡортостан “ҡошсоҡтарын” ауыл хужалығында, геодезияла, төҙөлөштә, логистикала һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡушҡуллап ҡаршылаясаҡтар”, – ти командир.

Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас