Геройҙар дәүере
17 Сентября , 15:05

Ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Ялға ҡайтҡан яугир кәләш алғанЯлға ҡайтҡан яугир кәләш алған
Ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған

Әбйәлил районының ЗАГС бүлегендә Йәлембәт ауылы егете, махсус хәрби операцияла булып, яраланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Данис Ғибәтов менән Ғафури һылыуы Рузана Намаҙғолова никахтарын законлаштырҙылар. Йәш парҙы район башлығы исеменән хакимиәттең ойоштороу бүлеге етәксеһе Тәлғәт Әғзәмов ҡотланы һәм Данис Хәлил улын "Әбйәлилдең яугир геройы" күкрәк билдәһе менән бүләкләне. Йәш кәләш Рузана Руслан ҡыҙына "Әбйәлилдең яугир-геройы ҡатыны" кулонын тапшырҙы.
"Ватан һаҡсылары" фонды исеменән яңы барлыҡҡа килгән Ғибәтовтар ғаиләһен социаль координатор Илнур Ҡарабулатов тәбрикләне.

Бәхетегеҙ ғүмерле, ғүмерегеҙ бәхетле булһын, Рузана һәм Данис!

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас