

Ай башында “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Азамат Шаһисолтанов “БАРС” отряды менән өс йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйғаны тураһында хәбәр итте. Ул быны бурыс тойғоһона, республика күген һауанан янаған хәүефтән аралау теләгенә нигеҙләнгән төптән уйланылған ҡарар тип билдәләй.
МХО ветераны, “БАРС”та хеҙмәт итеү – ул хәрби тәжрибәңде иң мөһим урындарҙың береһендә ҡулланыу мөмкинлеге, тип иҫәпләй. Яугирҙәр, ветерандар бөтә ил халҡы һәм үҫеп килгән быуынға яуаплылыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө булырға тейеш, тип тә инана.
“Беҙҙең бурыс – ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы һауанан янаған хәүефтән тимер көмбәҙ менән һаҡлау. Һәм беҙ был бурысты үтәрбеҙ. Артыбыҙҙа – ғаиләләребеҙ, йортобоҙ, Тыуған илебеҙ. Был мотивациянан да көслөрәк бер нәмә лә була алмай”, – ти Азамат Фәнил улы.
“БАРС”тағы юлын МХО геройы Тоцкий-2 уҡыу үҙәгендә башлай. Ул тылдағыларҙы матур йәшәргә, пландар төҙөргә, балалар тәрбиәләргә саҡыра һәм мөрәжәғәтен: “Тыныс йоҡла, ил. Беҙ – поста", – тип тамамлай.
Мәғлүмәт, фото: vk.ru/geroi_bashkortostana